Ҡытайҙа тотҡарланған туристар өйҙәренә ҡайтты

Ҡытайҙа тотҡарланған туристар өйҙәренә ҡайтты https://bash.news/news/86126_ytaja_totarlanan_turistar_jren_ajtty
13 дек 2018, 21:29

Бер-нисә сәғәт элек Өфө аэропортына Хайкоуҙан "ИрАэро" авиакомпанияһы самолеты ҡайтып етте. Бортта бөтәһе 374 пассажир. Улар араһында Ҡазан, Мәскәү, Ростов ҡалалары һәм Силәбе өлкәһенән туристар ҙа бар. Ҡытайҙа тотҡарланған Рәсәй һәм Башҡортостан туристарын беҙҙең ижади төркөм дә ҡаршыланы.

Өфө-халыҡ ара аэропортында ялдан ҡайтыусы яҡындарын ҡаршы алыусыларҙың тулҡынланыуы аңлашыла. Туристар араһында кемдеңдер ғәзиз балаһы, тормош иптәше.

"ИрАэро" авиакомпанияһы самолетында Рәсәйгә юлланыусы 374 пассажирға "Юл ғазабы-гүр аҙабы" булыуын үҙ елкәһендә татырға тура килгән. Башта теркәү үтергә килгән халыҡты 4 сәғәт тирәһе `аэропортҡа индермәй торалар. Пассажирҙарға ни бары 65 кенә урын бирелә. Һуңыраҡ ҙурыраҡ самолет бүленеүе хаҡында хәбәр алына. Шунан ғына халыҡ теркәү үтә башлай. Был мәшәҡәттәрҙе ҡазанлылар ҙа үҙ башынан үткәрә, артабан үҙ иҫәптәренә Өфө – Ҡазан рейсы менән тыуған яҡтарына юл тотоуҙары.

Валерий Евтенконың ғаиләһенә иһә Өфөнән һуң Мәскәү аша Дондағы Ростов ҡалаһына үҙ иҫәбенә ҡайтаһы бар. Улар турфирма менән судлашып боҙолған ял өсөн сығымдарҙы ҡайтарырға теләй.

Валерий Евтенко, турист: “Беҙгә үҙ йортобоҙға ҡайтып етер өсөн Мәскәү аша Дондағы Ростовҡа осорға кәрәк буласаҡ. Ташлама менән билеттар вәғәҙә итәләр”.

Светлана Евтенко, турист: “Боҙолған ял тураһында әйтергә лә түгел, беҙ турфирма менән судлашырға иҫәп тотабыҙ”.

Туристар бөтәһе лә "Жемчужная река" туроператоры аша ял итеүселәр. Тәүге самолет рейсы 2 тәүлеккә тотҡарланған. Уның 4 сәғәтен генә пассажирҙар самолетта үткәрә.

Сәғитйән Иҙиәтуллин, турист: “Артыҡ кешеләрҙе бушаттылар. Бер кем дә сығырға ризалашманы, уларҙы ҡыуып, багаждарын биргәнсе алты сәғәт үтте”.

Пассажирҙар белдереүенсә, Һамар һәм Ҡазан ҡалаһынан булған 9 кеше билеттарҙы Ҡытай аэропортында һалып алған, әммә Рәсәй заондары буйынса самолетта урын булмаһа, судно капитаны артыҡ кешеләрҙе бортҡа алмай. Был пассажирҙар әлегә ике рейстан да тороп ҡалған. Улар иртәгә ҡайтыр тип көтөлә. Был хәл әлбиттә пассажирҙарҙың һаулығына ла кире йоғото яһаған. Туристар әйтеүенсә, өлкән йәштәге ир үҙен насар тойоу сәбәпле, табипҡа мөрәжәғәт иткән.. Конфликт хәл ителгәнсе ҡалған пассажирҙарға көтөргә, түҙемлек һаҡларға ла тура килгән.

Туроператор ИрАэро авиакомпанияһына 2 миллион 300 мең америка доллары күләмендә аҡса бурыслы. Ҡытай йүнәлешенә лә ошоға тиклем турҙар клиенттарға баҙарҙағы яңы туризм йүнәлешендә проблемалар буласағы хаҡында иҫкәрмә менән һатылған.

Наталья Фридман, турфирама етәксеһе: “Беҙ Ҡытайға турҙар тәҡдим иткәндә клиеттарҙы иҫкәртә килдек, әлегә бер турҙы ғына ғәмәлдән сығарҙыҡ. Ҡалған туристар һаман да мөғжизә көтә”.

Әммә финанс мәсьәләләр булыуға ҡарамйа,Ир-эйр авикоманияһы туристарҙы артабан ташыуын дауам итәсәк. Әммә 10 миллион һум страховка аҡсаһы путевка һатып алған туристарға ғына етәсәк.

Хайкоуҙан 374 турист менән самолет 12 декабрь көндөң икенсе өлөшөндә дүрт тула егерме минуттан халыҡ-ара Өфө аэропортына килергә тейеш ине. Әммә ИрАэро 868 рейсы тотҡарланды. Һөҙөмтәлә туристар Башҡортостанға иртәнге унынсы яртыға ғына ҡайтып етте. Ә Ҡытайҙа ҡалған ял итеүселәр ҡасан, нисек ҡайтыры әлегә билдәһеҙ.

Автор: Гүзәл Борханова.

Ҡытайҙа тотҡарланған туристар өйҙәренә ҡайтты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа