Елдәй етеҙ мәктәп автобусы

Елдәй етеҙ мәктәп автобусы https://bash.news/news/86127_eldj_ete_mktp_avtobusy
13 дек 2018, 21:34

Яңы йыл алдынан республика мәктәптәре заманса транспорт менән тәьмин ителә. Бөгөн өр-яңы 18 автобус Башҡортостандың төрлө райондарына оҙатылды. Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең шатлығын беҙҙең хәбәрселәр ҙә уртаҡлашты.

Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал урта мәктәбе водителе Илгиз Шәмсетдинов 5 ауыл балаларын йөрөтә. Көнөнә йөҙәр саҡырым юл үтергә тура килә. Водитель автобус яңыртылыуға сикһеҙ шат. Хәҙер руль артында йырлап йөрөргө мөмкин, тип шаярта ул.

Илгиз Шәмсетдинов, мәктәп автобусы водителе: “Бер автобус өлгөрмәй, хәҙер икәү булғас уңайлыраҡ булыр”.

Закон буйынса мәктәп автобустары ун йыл һайын яңыһына алмаштырыла. Транспорт сараһы техник яҡтан төҙөк, хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирергә тейеш.

Илгиз Шәмсетдинов, мәктәп автобусы водителе: “Замансараҡ эшләнгән, йырлап тора. Үҙем дә уға ҡушылып йырлармын”.

Мишкә районы Оло Шаҙы ауылынан Азат Ғабдуллин да автобусын яңырта. Водитель балаларҙың именлеге өсөн яуаплы , шуға ла техника бар яҡлап та камил булырға тейеш, тигән фекерҙә ул. Яңы автобустарҙа мәктәп портфелдәре өсөн махсус кәштәләр ҡуйылған, хәүефһеҙлек ҡайыштары яңыса эшләнгән. Юлда саҡта водителгә тиктормаҫтар өсөн әҙерәк борсолорға тура киләсәк.

Азат Ғабдуллин, мәктәп автобусы водителе: “Утын тейәп йөрөмәйһең бит инде, иғтибарлы булырға кәрәк”.

Бөгөн тапшырылған автобустарҙың төп үҙенсәлеге хәүефһеҙлек менән бәйле. Балаларҙы йөрөткән транспорт сараһы алыҫтан уҡ күренеп торһон өсөн уның түбәһенә һары төҫтәге маяҡ уттары урынлаштырылған.

Бөгөн барлығы 18 яңы автобус республиканың төрлө районына оҙатылды. Транспорт сараһын яңыртыусыларҙың күбеһе ауыл мәктәптәре. Белем усаҡтары иңенә техник хеҙмәтләндереү, яғыулыҡ ҡойоу кеүек хәсрәттәр төшһә лә, транспортлы булыу бар яҡлап та уңайлы тигән фекерҙә мәктәп директорҙары.

Гөлкәй Шәмсетдинова, Б. Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбе директоры: “Иң мөһиме – балалар ваҡытында интернатта ятмайҙар, ата-әсәләре менән булалар. Филиалдарыбыҙҙы ла көн һайын мәктәбеҙгә килтереп ашатабыҙ”.

Башҡортостан Хөкүмәте күрһәтмәһе нигеҙендә йыл аҙағына тиклем республика мәктәптәренә барлығы 129 яңы автобус таратыласаҡ. Был маҡсатта төбәк ҡаҙнаһынан өҫтәмә рәүештә 242 миллион һум аҡса бүленде. Транспорт саралары иҫкеләрен яңыртырға һәм төпкөлдә йәшәүсе балаларҙы мәктәпкә йөрөтөү шарттарын заман талаптары буйынса камиллаштырырға мөмкинлек бирә.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Елдәй етеҙ мәктәп автобусы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа