Йөҙ йыллыҡҡа яңы белем усағы

Йөҙ йыллыҡҡа яңы белем усағы https://bash.news/news/86128_j_jyllya_yay_belem_usay
13 дек 2018, 21:37

Чесноковканың "Юлдаш" биҫтәһендә яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы ваҡытынан алда һалынып бөтәсәк. 100 йыллыҡҡа иҫәпләнгән социаль объект киләһе йылдың сентябрендә балаларҙы ҡабул итер, тип күҙаллана.

Искәндәргә ике йәш тулып уҙған. Сабыйҙы атаһы Чесноковкаға балалар баҡсаһын йөрөтөргә ғариза биргән. Шулай ҙа йорттарына яҡын ғына "Юлдаш" биҫтәһендә баҡса асылыуына өмөт бар, ти йәш атай.

Руслан Ҡадиров, "Юлдаш" биҫтәһендә йәшәүсе: “Эштән һуңға ҡалғанда урап ҡайтырға тура киләсәк. Өйгә яҡын ғына балалар баҡсаһы асылһа, әлбиттә уңайлы булыр ине”.

"Юлдаш" биҫтәһендә мәктәп һәм балалар баҡсаһында төҙөлөштөң ҡыҙған мәле. Майҙанда 4 бригада. Эш бер көнгә лә туҡтап торғаны юҡ.

Урал Ғилманов, төҙөүсе: “Әлеге ваҡытта “В” секцияһына кирбес һалына. Шуның артынан тәҙрә ҡуйып барабыҙ”.

Биҫтәлә 640 урынлыҡ мәктәп һәм 160 балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы быйыл апрелдә һалына башлаған. Әле мәктәпкәсә учреждениеның стенаһы йылытыла, ҡыйыҡ, иҙән һалыу һәм башҡа эштәр бер юлы алып барыла. Ике учреждениены бер майҙанда төҙөү бар яҡлап та экономияға килтерә. Республикала бөтәһе ошондай 13 проект бар.

Григорий Невоструев, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе: “Бындай формат мәктәп һәм балалар баҡсаһын берләштерә. Ашарға әҙерләү урыны бер. Шулай уҡ хакимиәт тә берәү, ғөмүмән, отошло тип әйтер инем”.

Төҙөүселәр планды алдан үтәргә ниәтләй. "Башҡортостандың 100 йыллығына- 100 объект "программаһына индерелгән мәктәп һәм балалар баҡсаһы киләһе йыл сентябрҙә асылыр тип көтөлә. Ә килешеү буйынса уны ноябрҙә файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған.

Фаил Ғәниев, төҙөлөш участкаһы етәксеһе: “Төҙөлөш өҙлөкһөҙ барһын һәм эшселәр ял итергә лә өлгөрһөн өсөн уңайлы график төҙөнөк. Ике айға алдан тамамларбыҙ, тип уйлайбыҙ”.

"Юлдаш" - Өфө районындағы яңы биҫтә һәм бында йәш ғаиләләр күпләп йәшәй. Мәктәп менән балалар баҡсаһына ихтыяж ҙур. Шулай уҡ социаль объект хеҙмәт урындары ла - педагогик составта100-ҙән ашыу һәм ашханала 16 кешегә эш урыны булдырыла.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Йөҙ йыллыҡҡа яңы белем усағы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа