Сәләмәтлек дәресе

Сәләмәтлек дәресе https://bash.news/news/86130_slmtlek_drese
13 дек 2018, 21:39

Республика стоматология поликлиникаһы белгестәре бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатта уҡыусы малай-ҡыҙҙарҙы ҡабул итте. Тик дауаханала түгел, ә белем усағы биләмәһендә. Күсмә стоматология махсус йыһазландырылған ПАЗ автобусында урында юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлегенә эйә.

Теш табиптарына гимназияның йөҙҙән ашыу уҡыусыһы мөрәжәғәт итте. Акция буйынса дауалау бушлай күрһәтелә. Күсмә комплекста стоматология ауырыуҙарын кисектереү һәм профилактикалау өсөн бөтә шарттар булдырылған, заманса ҡорамалдар етәрлек. Әгәр ҙә быға тиклем табиптар башлыса республиканың алыҫ төбәктәренә сыҡһа, хәҙер ҡалала йәшәүселәр ҙә был уңайлыҡ менән ҡуллана ала.

Илүзә Асҡарова, табип-педиатр: “Теш һыҙлауы буйынса мәктәп уҡыусылары мөрәжәғәт итә. Шуға ла 10-14 декабрь беҙҙең мәктәп эргәһендә эшләгән күсмә стоматология бик уңайлы, балаларға ғына түгел, уларҙың ата-әсәләренә лә”.

Гөлшат Исламғолова, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы: “Беҙҙең синыфта 19 уҡыусы. Уларҙың барыһының да теше һыҙламаһа ла, барып күренде. Сөнки профилактика өсөн алдан күренеү яҡшыраҡ”.

Бынан тыш республика стоматология поликлинникаһы табиптары гимназияның медицина үҙәге менән берлектә "Сәләмәтлек" дәресе лә үткәрә. Унда малай-ҡыҙҙарға гигиена ҡағиҙәләрен үтәүҙең кеше һаулығына йоғонтоһо, профилактика саралары тураһында һүҙ бара.

Автор: Фәниә Юланова.

Сәләмәтлек дәресе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа