Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы билдәләнде

Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы билдәләнде https://bash.news/news/86144_bashortostanda_auly_alau_ministry_vazifayn_vaytlysa_basharyusy_bildlnde
14 дек 2018, 09:53

Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Максим Забелин тәғәйенләнде. Тейешле указға Төбәк Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы билдәләнде
Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы билдәләнде

Забелин Максим Васильевич Курс өлкәһендә 1979 йылдың 17 июлендә донъяға килә. Санкт-Петербургтың Хәрби-медицина академияһын, интернатура, клиника ординатураһын тамамлай. Медицина фәндәре докторы.

Хеҙмәт юлын Максим Забелин 2003 йылда Курск ҡалаһында авиабаза медицина хеҙмәте начальнигы булып башлай. Төрлө йылдарҙа хирургия бүлегенең өлкән ординаторы, бүлек мөдире булып эшләй.

2010–2012 й.й.-Мәскәү ҡалаһының 67-се ҡала дауаханаһында табип-онколог.

2012–2013 й.й.- Мәскәүҙең 50-се ҡала дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире.

2013–2015 й.й.- «Мәскәү онкология диспансеры»ның баш табип урынбаҫары.

Һуңғы йылда Рәсәйҙең «Радиология милли медицина тикшереү үҙәге» генераль директоры урынбаҫары вазифаһын биләй.

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна