Өфө районында ир танышының әйберен урлай

Өфө районында ир танышының әйберен урлай https://bash.news/news/86154_f_rajonynda_ir_tanyshyny_jberen_urlaj
14 дек 2018, 11:27

Полицияға 26 йәшлек ҡыҙ мөрәжәғәт итә. Уның һүҙҙәренсә, ҡатындың мунсаһына бур төшә. Асыҡланыуынса, енәйәт эшен зыян күреүсенең танышы ҡыла.

Өфө районында ир танышының әйберен урлай
Өфө районында ир танышының әйберен урлай

Республиканың Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 33 йәшлек ир танышының йортонда хужалыҡ эштәрен башҡара. Ул нимә ҡайҙа ятҡанын яҡшы белә. Ул көндө ғәйепләнеүсе мунсаға инеп, алюмин кәстрүл урлай. Урланған әйберҙе металлолом пунктына тапшыра.

Ир үҙ ғәйебен таный. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
GAUGA