Синоптиктар ял көндәренә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе

Синоптиктар ял көндәренә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе https://bash.news/news/86168_sinoptiktar_yal_kndren_aua_torosho_turaynda_mlmt_bire
14 дек 2018, 14:19

Төбәктә ял көндәре йылы һәм ҡарлы буласаҡ. Ҡайһы бер райондарҙа бер аҙ ҡар яуасаҡ, еңелсә буран сығыуы ихтимал. Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итә.

Синоптиктар ял көндәренә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе
Синоптиктар ял көндәренә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, иртәгә, 15 декабрҙә, төбәктә һауа температураһы −4°C, төндә −7.. −12°C .Ял көндәрендә ҡар яуыуы көтөлә. Ел талғын, көньяҡ райондарында төндә көслө ел сығыуы ихтимал. Юлдарҙа боҙлауыҡ.

Йәкшәмбе, 16 декабрҙә, республиканың күп кенә райондарында ҡар яуасаҡ. Һауа температураһы төндә ун ике градус һалҡын, ҡайһы бер райондарҙа 24 градусҡаса түбәнәйәсәк,көндөҙ минус ун градус.

Алдағы ике көндә һауа температураһы түбәнәйәсәк, урыны менән ҡар яуасаҡ,

тип хәбәр итә Башгидрометүҙәк

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество