Республикала ике ҡатын мутлашыусылар тоҙағына эләгә

Республикала ике ҡатын мутлашыусылар тоҙағына эләгә https://bash.news/news/86170_respublikala_ike_atyn_mutlashyusylar_toayna_elg
14 дек 2018, 17:00

Полицияға бер юлы ике ҡатын мөрәжәғәт итә. Улар, үҙҙәренең иғтибарһыҙлығы арҡаһында, мутлашыусылар тоҙағынан эләгеүҙәре тураһында хәбәр итә.

Республикала ике ҡатын мутлашыусылар тоҙағына эләгә
Республикала ике ҡатын мутлашыусылар тоҙағына эләгә

Республиканың Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уларҙың береһе, 36 йәшлек ҡатын, мебель һатыуы тураһында иғлан бирә. Тиҙҙән уның менән һатып алыусы бәйләнешкә инә һәм аҡсаһын картаға күсерәсәге тураһында әйтә. Ҡатын мутлашыуҙың был ысулы тураһында белә һәм реквизиттарын атамай. Уның урынына зыян күреүсе банкоматҡа бара һәм һатып алыусы әйтеүенсә, бер нисә операция башҡара. Һөҙөмтәлә, яҡынса 103 000 һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. Икенсе зыян күреүсе сит телдә смс-хәбәр ала, ул һылтанмаға баҫа һәм 5 мең һум күләмендә аҡсаһын юғалта.

Осраҡтар буйынса тикшереү эше бара. Полиция хеҙмәткәрҙәре урындағы халыҡты иғтибарлы булырға һәм таныш булмаған кешеләргә ышанып бармаҫҡа кәңәш итә.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Когда отремонтирую ваш подъезд