Өфөлә "Рәсәй терәге" Бөтә Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы лидерҙарының 13-сө съезы башланды

Өфөлә "Рәсәй терәге" Бөтә Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы лидерҙарының 13-сө съезы башланды https://bash.news/news/86204_fl_rsj_terge_bt_rsj_blkj_m_urta_eshyuarly_jmt_ojoshmay_lideraryny_13s_sezy_bashlandy
14 дек 2018, 21:35

Форум делегаттары алдында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сығыш яһаны. Республика етәксеһе билдәләүенсә, бөгөн төбәктә бизнесты үҫтереү өсөн тейешле шарттар тыуҙырыла. Күп кенә күрһәткестәр буйынса Башҡортостан илдең башҡа субъекттары менән сағыштырғанда, лайыҡлы урын биләй.

Үҙ сығышында Радий Хәбиров шулай уҡ властың эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә биләгән ролен дә атаны. Беренсенән, ул асыҡ һәм миһырбанлыҡ кеүек сифаттарҙы үҙ эсенә алырға тейеш. Әлеге ваҡытта был сәйәсәт ғәмәлгә ашырыла башлаған да инде. Икенсенән, ул ғәҙел власть. Бының өсөн йүнселдәр республика эйә булған барлыҡ ресурстар менән дә файҙаланыу өсөн ғәҙел мөмкинлектәргә хоҡуҡлы, тине Башҡортостан етәксеһе.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү, берлектәге проекттарҙы бойомға ашырыу, хеҙмәттәшлекте нығытыу кеүек мәсьәләләр республика етәксеһенең "Рәсәй терәге" йәмәғәт ойошмаһы президенты Александр Калинин менән осрашыуында тикшерелде. Башҡортостан тәүге тапҡыр ойошманың күләмле съезын ҡабул итә, беҙҙең өсөн был оло ваҡиға, тине Радий Хәбиров. "Рәсәй терәге" етәксеһе үҙ сиратында республика туризм, аҙыҡ-түлек етештереү һәм башҡа өлкәләрҙә юғары потенциалға эйә булыуын билдәләне.

Автор: Илдар Байбулатов.

Өфөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд