Сибай ҡалаһында

Сибай ҡалаһында https://bash.news/news/86206_sibaj_alaynda_yuary_erlek_trtibe_mld_ala
14 дек 2018, 21:39

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәктә бер-нисә көн дауамында көкөртлө водород күҙәтелә. Дарыуханаларҙа хатта, медицина битлектәре лә ҡалмаған. Урында әле лә Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының күсмә лабораторияһы белгестәре эшләй. Улар тәүлегенә ике-өс тапҡыр һауа пробаһын алып зарарлы матдәләрҙең барлығын тикшерә.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депуттары ла ваҡиға урынында. Белгестәр әйтеүенсә, халыҡты эвакуациялау талабы күтәрелмәй.

Илдар Сәйетгәрәев, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе урынбаҫары: “Лаборатор тикшереүҙәр өсөн һауа пробаһын алыу дауам итә. Әлегә халыҡты эвакуациялау мәсьәләһе күтәрелмәй. Шулай ҙа төбәктә ваҡытлыса йәшәү өсөн 27 урын билдәләнгән”.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Сибай ҡалаһында

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров