Өфөлә кредит алып алданған бер төркөм клиенттар намыҫһыҙ компания етәкселеген эҙләй

Өфөлә кредит алып алданған бер төркөм клиенттар намыҫһыҙ компания етәкселеген эҙләй https://bash.news/news/86207_fl_kredit_alyp_aldanan_ber_trkm_klienttar_namyy_kompaniya_etkselegen_elj
14 дек 2018, 21:43

Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә техник ҡоролмаларҙы һәм автомобилдәрҙе кредитҡа һатҡан "Оптима" кредит-лизинг ойошманың тиҫтәләп кешегә ҙур сумма бурысы бар. Халыҡ тәүге иғәнә өсөн аҡсаларын индергән, әммә машинаһыҙ ҡалған. Теманы хәбәрсебеҙ Флорида Ким дауам итә.

Өфөлә һөт етештереүсе предприятие етәксеһе Радик Исламов эш өсөн кредитҡа машина һатып алырға булған. Эшҡыуар түбән процентлы "Оптима" лизинг-кредит компанияһына мөрәжәғәт итә. Ике яҡ өсөн дә ҡулай килешеү төҙөлгәс ир автомобиль өсөн бер миллион һумдан ашыу аҡса индерә. Әммә хәҙер аҡса ла, вәғәҙә ителгән машина ла юҡ.

Полиция хеҙмәткәрҙәре "Оптима" компанияһының сейфын бысып аса. Юҡҡа сыҡҡан компания документтарының бер өлөшө ошо йәшниктә. Рәсәйҙең күп ҡалаларында эшмәкәрлеген алып барған кредит-лизинг ойошма тиҫтәләгән клиенттары алдында бурысын үтәмәүе асыҡлана.

Оптима кредит ойошмаһы тураһында реклама күпселек автобустарҙа һәм туҡталҡаларҙа йәбештерелгән була. Ноябрҙән клиенттары өсөн ишектәрен бикләгән компанияның интернетта рәсми телефон номеры яҙылған, әммә шылтыратыуға яуап биреүселәр юҡ.

Тотош Рәсәй буйынса алданған клиенттар иҫәбен теүәл атауы мөмкин түгел, әммә зыян күреүсе яҡташтарыбыҙ мәғлүмәттәре буйынса "Оптима"ның дөйөм бурысы 200 миллион һумдан ашыу. Белгестәр, документтарҙы ҡарап - компания ышанысһыҙ тип белдерҙе. Шулай уҡ, Рәсәйҙә лизинг ойошмалары буйынса законды ҡәтғиләштереү талап ителә тип белдерә хоҡуҡ һағындағылар.

Валерий Шәрипов, Башҡортостандың финанс омбудсмены офисы етәксеһе, юрист: “Минеңсә, клиенттарға аҡсаларын кире ҡайтарыу мөмкин түгел йәки бик ауыр буласаҡ. Беренсенән, "Оптима" компанияһы юридик яҡтан Сейшеллы утрауында ойошторолған. Был дәүләттә офшор эшмәкәрлек алып барыла, бөтә бурыстарҙы юҡҡа сығарып була. Икенсенән, "Оптима"ның башланғыс капиталы 10 мең һум тәшкил иткән - был етди сумма түгел. Лизинг ойошмаларҙың иҫәбендә байтаҡ аҡса булырға тейеш”.

Алданған клиенттар әле бер-бер артлы полицияға ғариза яҙа.Эске эштәр министрлығында тикшереү эштәре башланыуы тураһында хәбәр иттеләр.

Автор: Флорида Ким.

Өфөлә кредит алып алданған бер төркөм клиенттар намыҫһыҙ компания етәкселеген эҙләй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа