Өфөлә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 100 йәшлек ғүмер байрамын билдәләне

Өфөлә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 100 йәшлек ғүмер байрамын билдәләне https://bash.news/news/86210_fl_jshse_bjk_vatan_uyshy_veterany_100_jshlek_mer_bajramyn_bildlne
14 дек 2018, 21:53

Теүәл бер ай элек кенә беҙ һуғыш йылдарында Кортокова исемле ҡыҙҙың ҡаһарманлығы хаҡында һөйләгәйнек. Яу яланында элемтәсе булған ҡыҙҙы өлкән иптәштәре, офицерҙар Татьяна Константиновнаны ошо исем менән йөрөткән. Әле ул үҙенең олпат юбилейын ҡаршыланы.

Һуғыш һәм хеҙмәт ветеранын күрше төбәктәрҙән туғандары, ветерандар советы, Дим районы хакимиәте вәкилдәре тәбрикләне. Тантананың сәбәпсеһе ҡунаҡтарҙы яҡты йөҙ, күтәренке кәйефтә, үҙ ҡулдары менән байрам өҫтәле әҙерләп ҡаршы алды.

Татьяна Колесникова, йөҙйәшәр, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны: “Әле кисә генә был дата юҡ ине, иртән йөҙйәшәр булып уяндым. Үҙем дә ышанмайым. Бала саҡтан күпме ауырлыҡтар аша үтһәм дә, әле лә шатлыҡ-ҡыуаныс менән ғүмер итәм, теге донъяға ашыҡмайым”.

Бер быуат ғүмер кисергән ханым әле лә юмор ярата, ятҡа шиғырҙар һөйләй, йырлай. Яңғыҙы донъя көтә. Үҙ аяғында магазинға аҙыҡ-түлек артынан йөрөй, өйөн бөхтә һәм тәртиптә тота. Ярҙамға аҙнаға бер социаль хеҙмәткәр ҙә килә. Оло йәштә булыуына ҡарамай, заман менән бергә атлай. Юбилейы алдынан беҙҙең телеканал уға кеҫә телефоны бүләк итте. Элекке элемтәсе бөгөн заман телефоны менән дә ҡулланырға өйрәнә. Ә юбилейы айҡанлы, ҡырҡ йыл ғүмерен Рәсәй тимер юлдарында арнаған ветеранды, тимер юлсылар яңы телевизор менән ҡыуандырҙы.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфөлә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 100 йәшлек ғүмер байрамын билдәләне

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир
GAUGA