Изгелек юлы буйлап

Изгелек юлы буйлап https://bash.news/news/86211_izgelek_yuly_bujlap
14 дек 2018, 21:55

Волонтерҙар көсө менән Иглин районы Охлебинин ауылындағы социаль приютты төҙөкләндереүгә миллион һум аҡса йыйыла. Был аҡсаға уҙған быуат башында күтәртелгән бинала ремонт яһала, ишектәр, иҙән ҡатламы яңыртыла, эске биҙәкләү эштәре башҡарыла.

Хәҙер балалар һәм үҫмерҙәр уңайлы шарттарҙа тәрбиәләнә. Социаль приют етәкселеге ирекмәндәрҙе, хәйриә фондтары вәкилдәрен учреждениеға саҡырып, байрам тамашаһы ойоштора, изгелек ҡылыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырыла. Малай-ҡыҙҙар ҡул эштәрен дә бүләк итә, йыр-бейеүҙәре менән һөйөндөрә.

Миләүшә Мырҙағәлина, Бәлиғ булмағандар өсөн республика социаль реабилитация үҙәге директоры: “Оло йөрәкле кешеләрҙе балалар менән бергә йыйып,уларға йылы һүҙҙәребеҙҙе, рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Охлебинин ауылындағы социаль приютҡа бик ҙур эштәр башҡарылды, бөгөн беҙ шул башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһап, балалар матур концерт күрһәтте”.

Автор: Әнәс Вәлиуллин.

Изгелек юлы буйлап

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа