Үҙем йәшәргә өйрәнәм

Үҙем йәшәргә өйрәнәм https://bash.news/news/86212_em_jshrg_jrnm
14 дек 2018, 21:58

Нефтекаманың реабилитация үҙәге яңы проект өсөн миллион ярым һум грант алыуға ирешкән. Проекттың маҡсаты – мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы үҙаллы йәшәргә өйрәтеү. "Күнекмә өсөн фатир" ҙа егет-ҡыҙҙар һауыт-һаба, кер йыуыу, ашарға бешереү серҙәренә төшөнә. Проектта реабилитация үҙәгендә шөғөлләнеүсе 14 йәштән 18 йәшкәсә егет-ҡыҙҙар ҡатнаша ала.

Тәүге төркөм ағзалары теоретик белемдәрен өс ай дауамында практика менән нығытып ҡуйған. Белгестәр ҙә, ата-әсәләр ҙә "Үҙем йәшәргә өйрәнәм" проектының ыңғай һөҙөмтәләрен билдәләй.

Альбина Мөнирова, "Үҙем йәшәргә өйрәнәм" проекты етәксеһе: “Реабилитация үҙәгендә шөғөлләнеп кенә балаларҙы үҙаллы тормошҡа әҙерләп булмай. Шуға ла махсус белемле белгестәребеҙ тырышлығы менән ошо проектты булдырҙыҡ. Егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың унда теләп ҡатнашыуы ҡыуандыра, күптәре хәҙер үҙаллы кибеткә йөрөп, аш-һыу әҙерләй ала”.

Автор: Фәниә Юланова.

Үҙем йәшәргә өйрәнәм

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна