Урал легендалары премьераһы

Урал легендалары премьераһы https://bash.news/news/86214_ural_legendalary_premeray
14 дек 2018, 22:03

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә "Урал легендалары" тип исемләнгән өр-яңы форматтағы проекттың исем туйы үтте. Билдәле тележурналист Сәрүәр Сурина авторлығындағы мюзикл башҡорт халыҡ эпосына таянып ижад ителгән. Тамаша башҡорт телендә бара. Бындай форматтағы жанр быға тиклем республикала ҡуйылғаны булмаған. Тамашаны йылы ҡабул иткән халыҡ сараның юғары кимәлдә әҙерләнеүенән тыш, сәхнә костюмдарының ҡабатланмаҫ сағыулығын да билдәләне.

Илдар Әбдрәшитов, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе солисы: “Был премьера менән туҡталып ҡалмаясаҡбыҙ. Сағыуыраҡ тамашалар буласаҡ”.

Мәҙәниәт учреждениеһының башҡорт драма театры артистары Рәсәйҙә Театр йылын тантаналы асып, яҙыусы, тарихсы Спартак Ильясовтың "Биғылый" әҫәре менән сығыш яһаны. Театр һөйөүселәр өсөн "Бар донъя ла - театр" тип исемләнгән мажаралы уйындар, театр музейы буйлап экскурсия ойошторолдо. Шулай уҡ улар викторина һорауҙарына яуап биреп иҫтәлекле бүләктәр ҙә отто.

Айҙар Зарипов, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең башҡорт драма театрының художество етәксеһе: “2019 йыл – театр йылы. Саралар ҙа, проекттар ҙа күп буласаҡ. Мәскәүҙән режиссер килеп Шукшиндың хикәйәләре буйынса пьеса ҡуясаҡ, тағы күп яңылыҡтар көтөлә”.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Урал легендалары премьераһы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество