Театр йылын ҡаршылап...

Театр йылын ҡаршылап... https://bash.news/news/86215_teatr_jylyn_arshylap
14 дек 2018, 22:07

Өфө балалар филармонияһының "Росток" шоу-театрында шөғөлләнеүселәр тамашасыларға "Таш урмандан Жучка" спектаклен тәҡдим итте. Үҙҙәрен иркен тотҡан йәш таланттар һәр ваҡыттағыса сәхнәлә телмәр байлығы һәм артислыҡ һәләттәре менән һөйөндөрҙө.

Сценарий буйынса, төп персонаж эт кешелек ҡорған яһалма донъя - цивилизациянан арып, урманға ҡаса. Артабан ҡырағай хайуандар менән бергә ул кешеләрҙә тәбиғәткә ҡарата һөйөү арттырырға тырыша. Ҡуян ролен башҡарыусы Диана Әхмәрованың әсәһе билдәләүенсә, балаларҙың һәләттәрен алдан күреп, уларҙы яңы еңеүҙәргә ҡеүәтләп торорға кәрәк.

Шоу-театрҙа шөғөлләнеүселәр йылына биш-алты спектакль ҡуя. Быға тиклем ижади коллектив баш ҡаланың Дим биҫтәһендә эшләгән. Хәҙер барлыҡ репетициялар һәм сәхнәләштереүҙәр Өфө үҙәгендә урынлашҡан балалар филармонияһында үтә. Был да үҙенә күрә мәртәбә

Алексей Вассерман, "Росток" шоу-театры етәксеһе: “Театр йылында тамашасыларға легендар "Мэри Поппинс" мюзиклын тәҡдим итергә теләйбеҙ. Унда филармонияның барлыҡ ижади коллективтары ла ҡатнаша. Әҙерлек эштәре яҡынса бер йыл дауам итәсәк, сәхнә әҫәре ике сәғәткә иҫәпләнгән”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Театр йылын ҡаршылап...

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд