Әбйәлил районында Ғаилә йылына арналған волейбол турниры ойошторолдо

Әбйәлил районында Ғаилә йылына арналған волейбол турниры ойошторолдо https://bash.news/news/86216_bjlil_rajonynda_ail_jylyna_arnalan_volejbol_turniry_ojoshtoroldo
14 дек 2018, 22:09

Ярышта төбәктең төрлө ауылдарынан 10 команда ҡатнашты. Улар ике номинация буйынса һынау тотто. Береһендә атай-әсәйҙәр менән балалар булһа, икенсе команда килен-кейәүҙәргә һәм ике-өс туғандарға бүленде.

Волейбол турниры Әбйәлил ауылында йыл һайын уҙғарыла. Спорт саралары башлыса Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре Сәлим Дәминдаров тырышлығында үтә. Улар башлыса район үҫешенә өлөш индергән шәхестәргә арнала. Быйыл иһә тәүге тапҡыр ғаиләләр араһында ойошторолдо.

Сәлим Дәминдаров, Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре: “Ярыш тәүгә үткәрелә. Былтырҙан бындай идея бар ине. Ғаилә йылы уңайынан ярыш тормошҡа ашты”.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Әбйәлил районында Ғаилә йылына арналған волейбол турниры ойошторолдо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA