Республика етәксеһе эш сәфәре менән Ишембайҙа

Республика етәксеһе эш сәфәре менән Ишембайҙа https://bash.news/news/86229_respublika_etksee_esh_sfre_menn_ishembaja
14 дек 2018, 23:00

Төбәктә ул социаль-инфраструктура торошо, сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Эш сәфәре Ишембай ҡалаһы эргәһендәге Яңы Кузьминовка биҫтәһендә башланды. Ер бында шәхси төҙөлөш өсөн бүленгән. Әле 650 йорт күтәрелгән, уларҙың яртыһында хужалары йәшәй башлаған да инде.

Күсенеүселәр күберәк булыр ине лә инфраструктура мөмкинлек бирмәй. Һыу һәм газ селтәре юҡ. Өйҙәр электр менән йылытыла. Халыҡ менән әңгәмә барышында Радий Хәбиров мәсьәләне хәл итергә вәғәҙә бирҙе.

Юрматы 2 биҫтәһендә лә ошоға оҡшаш хәл. Матур йорттар күтәрелгән, әммә биҫтәне төҙөкләндереүгә иғтибар бүлеү мөһим. Радий Хәбиров Инман предприятиеһында ла туҡталды. Бында әле етештереү линиһын шаҡтай яңыртыуға өлгәшелгәлгән. Заманса станоктар ҡорос киҫәктәрен теүәл эшкәртергә мөмкинлек бирә.

Машиналар эшләү сәнәғәте өсөн юғары әҙерлекле инженерҙарҙың булыуы ла шарт.Өфө авиация университетының Ишембай филиалында үткән осрашыуҙа тап йәш белгестәр әҙерләү тураһында барҙы.Уҡыу йортоноң матди техник базаһын камиллаштырыу мөһим.Радий Хәбиров мәсьәләне Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры менә осрашыуҙа күтәрәсәкмен тип белдерҙе.

Радий Хәбиров Ишембай бала табыу йортонда ла туҡталды. Медицина учреждениеһы уҙған быуаттың 50 йылдарында төҙөлгән.Бина заман талаптарына бөтөнләй яуап бирмәй. Табиптар менән әңгәмә барышында республика етәксеһе бала табыу йорто төҙөү кәрәклеге тураһында билдәләне.

респулика етәксеһе витязь машиналар төҙөү компанияһы цехтарын да ҡараны. Бында Рәсәйҙәге иң ҡеүәтле машиналарҙың береһе етештерелә.Радий Хәбировтың хеҙмәт юлы тап ошо предприятиела башланған. Әммә осрашыу хәтирәләрҙе яңыртыу өсөн генә түгел. Маҡсат эшлекле һөйләшеү уҙғарыу, предприятиелағы хәлде барлау.Машиналар төҙөү сәнәғәте Ишембай өсөн генә түгел тотош Рәсәй иҡтисады өсөн әһәмиәтле.Шуға ла вальс бейегән ҡеүәтле машиналарҙы үҙ күҙең менән күреү дәүләт ярҙамы күләмен билдәләү өсөн дә кәрәк.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: «Необычные ощущения… Я работал не в этом цехе, в другом. Все это напоминает, как это было раньше: рано приходишь на работу, потому что предприятие в 7:20 начинало работать. Здесь все настоящее: люди настоящие, металл настоящий».

Заман талаптарына яуап биргән уңайлы йәшәү мөхите өсөн социаль һәм коммуналь инраструктура мөһим.Сәнәғәт предприятиеларың уңышлы эшләүе иҡтисад үҫеше, тимәк ваҡытында түләнгән хеҙмәт хаҡы һәм тотороҡло мул тормош тигән һүҙ. Шуға ла республика етәксеһенең маршрутында тәү сиратта халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләр иғтибарға алына.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Республика етәксеһе эш сәфәре менән Ишембайҙа

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество