Өфө властары Жилин һәм Зинин ауылдары эргәһендә зыярат төҙөү ниәтенән баш тартты

Өфө властары Жилин һәм Зинин ауылдары эргәһендә зыярат төҙөү ниәтенән баш тартты https://bash.news/news/86230_f_vlastary_zhilin_m_zinin_auyldary_ergend_zyyarat_t_nitenn_bash_tartty
14 дек 2018, 23:05

Был турала баш ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Мэр белдереүенсә, урында йәшәүселәрҙең фекере беҙҙең өсөн бик мөһим.

Башҡарылған проект эштәре һәм санитар-эпидемиология дәүләт экспертизалары, инженер-геологик тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре буйынса ошо участканың зыярат урынлаштырыу өсөн ғәмәлдәге ҡануниәт нормаларына тулыһынса тап килеүенә ҡарамаҫтан, бында зыярат булмаясаҡ, тип яҙған Өлфәт Мостафин.

Әлеге ваҡытта ҡәберлектәр өсөн Өфөнөң көньяҡ һәм төньяҡ өлөшөндәге йорттарҙан алыҫтараҡ урынлашҡан ер участкаларын һайлау эштәре алып барыла.

Өфө властары Жилин һәм Зинин ауылдары эргәһендә зыярат төҙөү ниәтенән баш тартты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд