Диспансер тикшереүе бер көндә

Диспансер тикшереүе бер көндә https://bash.news/news/86231_dispanser_tiksheree_ber_knd
14 дек 2018, 23:10

Өфөнөң 32-се ҡала поликлиникаһында был процесты тиҙ үтеү мөмкинлеге бар. Бөгөн беҙ быға үҙебеҙ инандыҡ. БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева кабинеттар буйлап йөрөп сәләмәтлеген тикшертеп ҡараны.

Диспансеризация үтеү өсөн иң тәүҙә талон алдыҡ. Бер нисә минуттан беҙҙе тәҙрәгә саҡырыу тауышы ишетелә. Йүнәлтмә ҡағыҙы тултырыусы белгес ниндәй табиптарға инергә кәрәклеген аңлата. Һәр йәш категорияһына айырым исемлек. Һөҙөмтә белергә иртәгә килергә ҡуша. Беҙгә бөгөн кәрәк тигәндән һуң, терапевт кабинетына дүртенсе яртыға ваҡыт билдәләй. Иң тәүҙә ҡан тапшырабыҙ. Шәкәр һәм холестерин кимәлен белергә. Шунда уҡ электрокардиограмма үткәрелә. Йөрәкте тикшереүҙә лә яңылыҡ бар. Һөҙөмтә элекке кеүек, бер метрға һуҙылған ҡағыҙға сығарып бирелмәй. Берҙәм электрон база буйынса шунда уҡ кардиологка ебәрелә.

Зөлфиә Саттарова, Өфөнөң 32-се поликлиникаһы шәфҡәт туташы: “ЭКГ аппараты бик уңайлы. Уның менән эшләгәндә ҡағыҙ кәрәкмәй, барыһы ла электрон рәүештә”.

Поликлиника коридорҙары киң. Сират оҙон түгел. УЗИ кабинетына инәбеҙ. Табип ентекле ҡарағандан һуң артабан белгескә барырға йүнәлтмә бирә. Ҡатын-ҡыҙҙар шулай уҡ гинекология буйынса тикшереү үтә. Ә иң һуңында- терапевтҡа.Ул ҡан баҫымын тикшерә һәм сәләмәтлек торошона баһа бирә.

Икенсе этабы - әгәр ҙә сәләмәтлек торошонда ниндәйҙер тайпылыштар күҙәтелһә тәғәйенләнә. Бер көндә диспансер тикшереүе үтеп булғанына беҙ инандыҡ. Шулай ҙа, камера менән йөрөгәс, әлбиттә, беҙгә ҡараш та икенсерәк булды. Элек пациенттар тәүҙә анализ биреп икенсе, өсөнсө көнгә белгестәргә килергә тейеш булған. Был процесс йыш ҡына аҙна буйына һуҙыла. Медицина учреждениеһында белдереүҙәренсә, диспансер тикшереүенә халыҡ әүҙем ҡушыла. Әле 100 процентҡа 100 кеше генә етмәй.

Гөлнара Ирназарова, Өфөнөң 32-се поликлиникаһының участка табибы: “План буйынса 8700 кеше килергә тейеш ине, 8600 килде. Ҡалғандары үтеп йөрөй. Үҙ теләктәре менән киләләр”.

Диспансер тикшереүе илдә биш йыл дауамында ойошторолоп килә. Ул 21 йәштән өлкәнерәктәргә мотлаҡ. Тормош мәшәҡәте менән был хаҡта онотоусыларға экрандағы таблица ярҙамға килер. Быйыл кем үтергә өлгөрмәгән, әле ваҡыт бар, ти табиптар. Тап ошо тикшереү ваҡытында 32-се поликлиникала онкологияның ике осрағы асыҡланған. Икеһендә лә ул тәүге стадияһында булған.

Автор: Рәмилә Исмәғилева

Диспансер тикшереүе бер көндә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA