Өфөлә "Урал батыр" башҡорт рок-фестивале үтте

Өфөлә "Урал батыр" башҡорт рок-фестивале үтте https://bash.news/news/86232_fl_ural_batyr_bashort_rokfestivale_tte
14 дек 2018, 23:17

Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йортонда ойошторолған рух байрамында туғыҙ коллектив сығыш яһаны. Өсәр композиция, гитара моңо, барабан тауышы ике сәғәттәй ваҡыт тынманы. Быйылғы фестиваль "Дәрүиш Хан" төркөмө солисы Дим Ҡолахмәтовтың яҡты иҫты иҫтәлегенә арналды.

"Дан" рок-төркөмө тәүгеләрҙән булып Дим Мәннәндең ижадын данланы.Сәхнәлә легендар "Дәрүиш Хан" төркөмөнөң "Юлаусы" йыры яңғырай. Был осраҡлы түгел. Республикала икенсегә ойошторолған "Урал батыр" рок-фестивале туҡһанынсы йылдарҙа тамашасылар алдында гөрләтеп сығыш яһаған төркөм солисы Дим Ҡоләхмәтовтың яҡты иҫтәлегенә арналды. Гитара, скрипка моңдары, барабанға һуғыуҙар - Өфө тамашасыһы йәнә рок донъяһына сумды.

Тимур Йосопов, "Дан" төркөмө етәксеһе: “Төркөм ике йыл элек барлыҡҡа килде. Социаль йүнәлештә ижад итәбеҙ”.

Алтынай Заһитова, "Дан" төркөмө солисы: “Иң мөһиме – йырҙарыбыҙҙы кеше йөрәгенә еткерерг”.

"Урал батыр" рок-фестивалендә быйыл республикала уңышлы эшләп килгән тиҫтәгә яҡын коллективҡа сығыш яһау бәхете эләгә. Башҡорт теле көнөндә ойошторолған байрам тамашасыларҙы йәнә рухландырҙы.

Башҡортостанда рок йыр сәнғәте үҫеш юлында тиһәк һис тә хата булмаҫ. Сөнки йәштәр йәнә башҡорт мәҙәниәтен күтәрергә ынтыла.

Ришат Сөләймәнов, "Nectoria" төркөмө солисы: “Беҙҙә күп стиль бар: нью металл, гранж, хардкор, рэпкор”.

Ябай көтөүсе егет легендар "Дәрүиш Хан" рок-төркөмөнөң солисына булып китә. Коллективты алда баш әйләндергес еңеүҙәр көтә. Һәм был лайыҡлы хөрмәт. Дим Мәннәндең йөрәге тибеүҙән туҡтауға ҡарамаҫтан, коллективтың ижадына йылдар аша һөйөү арта ғына.

Ирек Абдуллин, "Дәрүиш Хан" төркөмө ағзаһы: “1992 йылда Альберт менән осраштыҡ һәм Димде саҡырҙыҡ, ул көтөүсе булып эшләй ине. Бер аҙна эсендә төркөм төҙөп сығыш яһаныҡ. Беренсе “Урал моңо” конкурсында ҡатнаштыҡ”.

Дим Мәннән йәштәрҙе рок сәнғәтенә ылыҡтырырға тырыша. Фестивалдәр ойоштороу маҡсаты була. Әммә ғүмере генә ҡыҫҡа була шул... Альбина Ҡоләхмәтова билдәләүенсә, тормош иптәше һәр ваҡыт башҡорт сәнғәтен күтәрергә ашыҡҡан.

Альбина Ҡоләхмәтова, Дим Ҡоләхмәтовтың ҡатыны: “Һуңғы кисендә ҡунаҡҡа Илшат Абдуллин ҡунаҡҡа килгәйне, шунда рок фестивале үткәреү тураһында һөйләштеләр”.

Башҡорт рогының киләсәге бар. "Урал батыр" фестивале быны йәнә дәлилләне. Гитара моңдары тиҙҙән Өфөнөң ҙур сәхнәләрендә яңғараясаҡ. Был маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн республикала рок төркөмдәре ҙур хәрәкәт тә булдырған

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество