Күмертау ҡалаһында балалар технопаркы менән боҙ һарайы сафҡа инде

Күмертау ҡалаһында балалар технопаркы менән боҙ һарайы сафҡа инде https://bash.news/news/86259_kmertau_alaynda_balalar_texnoparky_menn_bo_arajy_safa_inde
15 дек 2018, 22:41

Объекттар эшмәкәрлеге менән Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты. Балалар ижади үҙәге базаһындағы "Квантолаб" ҡаланың берлектәге финанслау шарттарында Башҡортостан Хөкүмәтенең 9 миллион һумлыҡ грантына, шулай уҡ бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә төҙөлгән.

Педагогтар "Сколково" инновация үҙәгендә белемдәрен камиллаштырған. "Сапсан-арена" боҙ һарайына нигеҙ 2015 йылда һалынғайны. Өс йыл барған төҙөлөш барышында 334 миллион һум аҡса үҙләштерелгән. Финанслау социаль программалар фонды аша башҡарылды. "Башнефть" компанияһының инвестицияһы өлөшө лә ҙур булды. "Сапсан-арена" республиканың 100 йыллығы уңайынан файҙаланыуға тапшырылған тәүге объекттарҙың береһе.

Башҡортостан етәксеһенең бөгөнгө эш сәфәре Ишембай районында башланды. Радий Хәбиров иң тәүҙә Петровское балалар йортона туҡталды. Әле бында 24 бала тәрбиәләнә. Улар араһында 10 йәшлек Маргарита Ишемова ла бар. Маргарита балалар араһында ойошторолған шиғри бәйгелә еңеү яулап республика етәксеһе менән Өфөлә осрашыу бәхетенә ирешкәйне. Радий Хәбиров һәләтле ҡыҙ йәшәгән бүлмәне лә ҡараны, балалар менән аралашты. Тәрбиәләнеүселәрҙе Өфөгә ҡунаҡҡа саҡырҙы.

Балалар йорто ишеге алдында республика етәксеһен күрше Әрметрәхим ауылы халҡы көтөп алды.Төбәктә йәшәүселәр газ үткәреү, юлдарҙы төҙөкләндереү үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

Петровское ауылында участка дауаханаһы эшләп килә. Табиптар етешмәү сәбәпле, халыҡ тейешле медицина ярҙамы күрһәтелмәй. Дауахана бинаһы 1971 йылғы. Капиталь ремонт күргәне юҡ. Урындағы табиптар менән аралашҡандан Петровское дауаханаһын йәйгә ремонтлау һәм дауаханаға йәш белгестәр йәлеп итеү бурысы ҡуйылды.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Күмертау ҡалаһында балалар технопаркы менән боҙ һарайы сафҡа инде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа