Крандағы һыу урынына-иретелгән ҡар

Крандағы һыу урынына-иретелгән ҡар https://bash.news/news/86264_kranday_yu_urynynairetelgn_ar
15 дек 2018, 22:49

Шишмә районы Өйҙөрәк ауылында йәшәүселәр айҙан ашыу үҙәк һыу тәьминәтенән өҙөлгән. Әммә бөтә халыҡ та һыуһыҙ ултырмай, бары тик тау башында йәшәүселәр генә. Ни өсөн һыу юҡ һәм был мәсьәләне нисек хәл итергә? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Зәлиә Әбүзәрова элекке ғәҙәт буйынса ишек алдындағы баҡсаға ҡар йыйырға сыға. Әммә был эш һөйөнөслө түгел, ул үткән ғүмеренең ауыр тормош көткән миҙгелдәрен хәтерләтә.

Фәнилә Байбурина күршеһенән айырмалы рәүештә, ҡар иретмәй – һыуҙы йылғанан ташый. Уға малдарын эсерергә лә, хужалыҡта ҡулланыу өсөн дә кәрәк. Иптәше ярҙам итер ине лә, әммә инвалид коляскаһында йыраҡ китә алмай. Һыу хәстәрләү эше ҡатыны иңендә.

Йәйҙәрен һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр даими. Элегерәк крандан тамсылап торһа, хәҙер һыу бөтөнләй юҡ. ҡа сыҡҡан.

Роза Әсәҙуллина, Өйҙөрәк ауылында йәшәүсе: “Ауыл советына ла мөрәжәғәт иттек, йыйылышта халыҡ сығыш яһаны, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына шылтыраттыҡ. Насостар һыу ҡыуа, беҙ эшләйбеҙ тиҙәр, әммә һыу юҡ”.

Һыу тотош ауылда түгел, ә таулы биләмәләрҙә юҡҡа сыҡҡан. Күпер һәм йылға урамдарында ул бөтөнләй ҡороған. Баҫымдың кәмеүе торбаүткәргестең ярылыуына бәйле.

Илдар Байбурин, Сәфәр ауылы хакимиәте башлығы: “Соҡор буйында ағастар үҫә, старосталар кеше йыйып киҫә башланы. Дүшәмбе һыу компанияһы килеп эшләп китергә тейеш”.

Ерле халыҡ әйтеүенсә, Өйҙөрәк ауылында һыу башняһы һәм тәьмин итеү системаһы 1957 йылда төҙөлә. Торбалар йылдар үтеү менән сафтан сыҡҡан. Яҡын арала коммуналь хеҙмәттәр етешһеҙлектәрҙе бөтөрһә лә, бер кем дә торбалар ҡабаттан тишелмәҫ тип гарантия бирмәй. Әлегә бөтә халыҡ крандарҙа ҡасан эсәр һыу булырын көтә.

Автор: Гүзәл Борханова.

Крандағы һыу урынына-иретелгән ҡар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество