Мәләүез районында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә бер кешенең ғүмере өҙөлдө

Мәләүез районында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә бер кешенең ғүмере өҙөлдө https://bash.news/news/86265_mlez_rajonynda_terklgn_yultransport_fazhiend_ber_keshene_mere_ld
15 дек 2018, 22:52

Иртәнге сәғәт етеләр тирәһендә Ырымбурҙан 32 йәшлек "Лада Гранта" водителе һулға боролған ваҡытта ҡаршыға килеүсе "Камаз"ға юл бирмәй.

Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә юлға ҡом һибеүсе махсус транспорт ситкә сығып түңкәрелеп яна башлай. Фажиғәлә еңел автомобилдә ултырған 50 йәшлек пассажир ҡатын алынған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында һәләк була. Ике водителгә лә медицина ярҙамы талап ителә.

Мәләүез районында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә бер кешенең ғүмере өҙөлдө

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа