Баймаҡ районының Темәс ауылында төҙөкләндерелгәндән һуң балалар өсөн яңы спорт залы файҙаланыуға тапшырылды

Баймаҡ районының Темәс ауылында төҙөкләндерелгәндән һуң балалар өсөн яңы спорт залы файҙаланыуға тапшырылды https://bash.news/news/86266_bajma_rajonyny_tems_auylynda_tklnderelgndn_u_balalar_sn_yay_sport_zaly_fajalanyua_tapshyryldy
15 дек 2018, 22:56

Был ауылда эшләгән өсөнсө спорт обьект. Бәләкәй Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһында төбәк-ара кимәлдәге спорт сараларының йыш үтеүен иҫәпкә алғанда, яңы, яҡты спорт залы урындағы балалар өсөн ҙур бүләк. Теманың дауамы беҙҙең сайтта.

Спорт өсөн сиктәр юк. Был өлкәлә ҡаҙаныштары булған спортсылар ҡалала ғына түгел, ауыл ерендә лә йәшәй.Темәс волейбол, баскетбол, көрәш буйынса якшы һөҙөмтәләр биргән биләмәләрҙең береһе. Укыусыларҙың район, төбәк ара ярыштарҙағы күрһәткестәре лә ошо хакта һөйләй.

Ауылда ошоға тиклем да ике спорт залы эшләй ине, быныһы иһә уңайлы шарттары, тренажер залдарының булыуы менән дә айырылып тора. Ошоға тиклем кинозал, һуңынан физкультура дәрестәрен үткәреү өсөн ҡулайлашҡан был обьект ҡыҫка ғына вакыттар эсендә ҡайтанан төҙөкләндерелгән. Балаларҙың шатлығын уртаклашырға килгән ҡунаҡтар милли көрәш өсөн келәмдәр, баскетбол туптары һәм китаптар бүләк итте.

Марат Әүәлбаев, Темәс урта мәктәбе директоры: “Был эште көҙгөһөн, йәй аҙағында башланыҡ. Спортаз ауылыбыҙҙың йәш быуынын үҫтереүҙә ҙур роль уйнар”.

Шулай ук быйыл Баймак ҡалаһында “Ҡала мөхите” программаһы буйынса бихисап эштәр башҡарылды. Төп иғтибар урамдарҙы төҙөкләндереүгә, кешеләргә ял һәм спорт обьекттарын төҙөүгә бүленде.

Гөлнур Ҡолһарина, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты: “Баймаҡ районы сиктәрендә милли спортты үҫтереү буйынса байтаҡ сараларҙа ҡатнашып йөрөйбөҙ”.

Яңы йыл байрамы алдынан асылған спорт һәм социаль обьекттар кешеләрҙең ял минуттарын файҙалы үткәреүгә йүнәлтелгән. Йәшәү шарттарын якшыртыу, мөмкин тиклем бар ерҙә лә уңайлы мөхит тыуҙырыу уның төп маҡсаты.

Автор: Гөлнур Ишбулатова.

Баймаҡ районының Темәс ауылында төҙөкләндерелгәндән һуң балалар өсөн яңы спорт залы файҙаланыуға тапшырылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа