Әбйәлил районының инвалидтар йәмғиәте 30 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Әбйәлил районының инвалидтар йәмғиәте 30 йыллыҡ юбилейын билдәләне https://bash.news/news/86267_bjlil_rajonyny_invalidtar_jmite_30_jylly_yubilejyn_bildlne
15 дек 2018, 22:58

Ошо уңайҙан Асҡар ауылы мәҙәниәт йортонда тантаналы сара үтте. Байрамға ойошма тормошонда ҡайнап йәшәүселәр, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр йыйылды. Уларға Маҡтау Грамоталары, Рәхмәт Хаттары тапшырылды.

Сәбилә Ниғмәтуллина, Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында йәшәүсе: “Балаларҙы инвалид тип ҡарарға ярамай, улар быны һиҙмәҫкә тейеш. Уларҙың һәләттәрен үҫтерергә кәрәк, үҙҙәрен башҡаларҙан кәм тоймаһындар”.

Ойошма тарихы 1988 йылдың июнендә үткән Бөтә Союз конференцияһына барып тоташа. Әлеге ваҡытта районда мөмкинлеге сикләнгән өс меңдән ашыу кеше иҫәпләнә, уларҙың 211-е балалар. Ауылдарҙаға ойошмалар ҙа уңышлы эшләй. Улар район, республика күләмендә уҙғарылған ижади фестивалдәрҙә, спорт ярыштарында теләп ҡатнаша. Төрлө төбәктәргә сәфәрҙәр ҙә даими ойошторола.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Әбйәлил районының инвалидтар йәмғиәте 30 йыллыҡ юбилейын билдәләне

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Банер уфимская волна