Эшҡыуарҙар майҙан тота

Эшҡыуарҙар майҙан тота https://bash.news/news/86269_eshyuarar_majan_tota
15 дек 2018, 23:05

Өфөлә этник ғаилә фестивале башланды. Билдәле дизайнерҙары, ҡул оҫталары йыйылған сараның маҡсаты төбәк эшҡыуарҙарын берләштереү, үҙ-ара кәңәшләшеп табыш алыу юлдарын эҙләү. Фестиваль барышында ҡатнашыусылар уңышлы эшҡыуарҙарҙан бизнес төҙөү, аралашыу оҫталығы буйынса дәрестәр алды.

Бер нисә йыл элек милли биҙәүестәр менән ҡыҙыҡһынған Зөлфиә ирен дә, ҡустыһын да, башҡа туғандарын да үҙе артынан шәхси эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итермен, тип уйламай ҙа. Хәҙер ғаилә баш-көллө бизнес менән шөғөлләнә. Биҙәүестәрҙән тыш, тәбиғи күндән сумкалар, ҡайыштар, аҡса янсығы, кейеҙҙән баш кейемдәре. Сәғитовтар әйтеүенсә, заказдар күп, тимәк, табыш та ярайһы. Был инде йоҡоһоҙ төндәрҙе иҫәпкә алмағанда ғына.

Фидан Сәғитов, шәхси эшҡыуар: “Үҙебеҙгә эшләйбеҙ, хөкүмәткә түгел. Шуға ла график юҡ тип шаяртып алабыҙ бер-беребеҙҙе. Әммә был икеләтә яуаплылыҡ, килһәм киләм, килмәһәм дә ярай тип ятыу ярамай. Тырышлыҡһыҙ эш алға бармай”.

Фатима Янбаева ла ғаиләһе менән бизнеста. Был өлкәгә әле генә аяҡ баҫыуына ҡарамаҫтан, тәжрибә лә туплап өлгөргән. Социаль селтәрҙә әүҙемлек күрһәтеү, йәмәғәтселек менән шөғөлләнеү эшҡыуарлыҡ алып барырға сәбәпсе булды һәм ярҙам итте, ти ул.

Фестивалгә утыҙҙан ашыу ҡатнашыусы килде. Һәр береһе үҙ продукцияһын шунда уҡ һатып алыусыларға тәҡдим итте. Шәл, ойоҡбаш, баш кейемдәре бәйләүселәр, түшелдерек эшләүселәр оҫталыҡ дәрестәре лә уҙғарҙы. Этник ғаилә фестивалендә малай-ҡыҙҙар Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары менән шыршы тирәләй күңел асты.

Шуға ла ойоштороусылар этник эшҡыуарҙар фестивален йышыраҡ, тағы ла юғарыраҡ кимәлдә уҙғарыу маҡсатын ҡуя.

Бай программалы фестиваль иртәгә лә дауам итә. Эшҡыуарҙар лекцияға йыйылһа, тап ошо тирмәлә никах туйы үтә. Әлеге ваҡытта тирмәне эстән биҙәү эштәре бара, сөнки ни тиһәң дә был ваҡиға ике йәш йөрәк өсөн иң иҫтәлекле көн буласаҡ. Кем белә, бәлки тап ошо фестиваль дә үҙ эшен асырға йөрьәт итмәгәндәргә алға ынтылыш бирер.

Автор: Фәниә Юланова.

Эшҡыуарҙар майҙан тота

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна