Өфөлә урынлашҡан "Рәсәй - минең тарихым" тип исемләнгән тарихи паркта Яңы йыл акцияһы

Өфөлә урынлашҡан "Рәсәй - минең тарихым" тип исемләнгән тарихи паркта Яңы йыл акцияһы https://bash.news/news/86271_fl_urynlashan_rsj_mine_tarixym_tip_isemlngn_tarixi_parkta_yay_jyl_akciyay
15 дек 2018, 23:12

Декабрҙең һәр шәмбе-йәкшәмбе көндәрендә теләгән һәр кем бушлай экспозиция менән таныша ала. Халыҡ иғтибарына, илдең шанлы 20-се быуаты тәҡдим ителә. Күргәҙмәлә голограмма, уйын ҡушымталары, видеоинсталляция, видеоинфографика кеүек заман мөмкинлектәре файҙаланылған.

Ете мең квадрат метр майҙанда урынлашҡан тарихи паркта айырыуса төбәк контентына ҙур урын бирелгән. Һәр залда республика тарихына арналған айырым стенд бар.

Торник Темуров, экскурсовод: “Бар экспозицияларҙа ла тәжрибәле экскурсодтар эшләй. Улар шулай уҡ халыҡты бушлай тарихи үткәндәр менән таныштыра. Рәсәйҙең бер быуатлыҡ тарихы тулыһынса күҙ алдына баҫа. Материал мәктәптә өйрәнелгәндән күпкә айырыла. Бында бай мәғлүмәт туплайһың”.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Өфөлә урынлашҡан

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA