Радий Хәбиров сүп-сар сығарыу хаҡы менән ҡәнәғәт түгел

Радий Хәбиров сүп-сар сығарыу хаҡы менән ҡәнәғәт түгел https://bash.news/news/86273_radij_xbirov_spsar_syaryu_xay_menn_nt_tgel
15 дек 2018, 23:22

Радий Фәритович ҡына түгел, тотош республика халҡы. Айырыуса ауыл ерендә йәшәүселәр. Түләүҙәр күп кенә ғаиләләр өсөн ҙур саманан тыш ҙур. Был аҡсаға ҡайһы берәүҙәр аҙналар буйына йәшәй ала. Шул уҡ ваҡытта бер ниндәй сүп-сар ҡалдырмайынса. Ғөмүмән, ауылда ҡалдыҡтар аҙ ташлана. Хәйер, был айырмалар бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай. Түләүҙәрҙе йылы бүләмәләрҙә генә ултырған, ауыл тормошон белмәгән түрәләр уйлап сығарған шикелле. Нимә өсөн шундай хаҡ һуң?

Һыуытҡыс та, мөгәрәп тә төрлө ҡайнатмалар, һуттар менән тулы. Ҡоҙашевтар магазин ризығын һирәк ҡуллана, үҙең үҫтергәне экологик яҡтан да сифатлы, арзанға ла төшә. Ишле бала тәрбиәләгән ғаилә өсөн был бик мөһим. Сөнки әле бер ғаилә башлығы ғына эшләй, Зилә үҙе декрет ялында. Аҡса иҫәпле, ә булмаған сүп-сар өсөн түләү кеҫәгә һуға, декрет пособиеһына көс төшә инде, ти ул.

Мал аҫраған кешенең сүп-сары тағы аҙыраҡ, бар артҡан, ҡалғаны малҡайҙарға китеп тора. Күберәк булһа ла ҡамасауламаҫ ине. Тиҫтәнән ашыу һыйыр, йылҡы тотҡан Ҡоҙаҡаевтар әйтеүенсә, көнкүреш ҡалдығы аҙнаһына бер ҡапсыҡҡа ла тулмай. Хаҡтар һауанан алынған, ауыл ерендә былай ҙа ҡулаҡса юҡ, ти йүнсел йорт хужаһы.

Ауыл кешеләре хаҡтарҙың йән башына иҫәпләнеүе менән дә риза түгел, сөнки күптәр ситкә китеп эшләй, балалар ауылда теркәүҙә генә тора. Ә хәҙер уларҙың һәммәһе өсөн дә түләргә тура киләсәк.

Сүп-сар йыйыу системаһы күп төбәктәрҙә ҡулланыла, әммә әлегә тиклем был эшмәкәрлек йыйыу менән генә сикләнә, эшкәртеү алып барылмай. Шуға күрә хаҡтар ҙа түбәнерәк. Ә яңы йылдан йыйылған ҡалдыҡтарҙың 80 процентын эшкәртеү күҙаллана. Хаҡ артыуы ошо үҙенсәлек менән бәйле. Әле илдең күп төбәктәрендә тарифтар билдәләнгән, уртаса сумма 103 һум тирәһе.

Шәхси хужалығы булмаған күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең көнкүреш ҡалдыҡтары күберәк. Аҙыҡ-түлекте магазиндан алырға тура килә. Һөт ризыҡтары ҡулланһаң һауытын, емеш, йә картуф әрсеһәң ҡабығын ташларға тура килә. Сығарып ҡына яғырға йорт эргәһендә мунсаһы, ашатырға малы юҡ. Бер көн эсендә генә биҙрәләп сүп-сар йыйыла.

1 ғинуарҙан индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн шәхси йортта йәшәүселәргә 200, фатир хужаларына 140 һум тариф тәҡдим ителде, һуңғараҡ был хаҡтар 185 һәм 130-ға төшөрөлдө. Әммә Радий Хәбиров белдереүенсә, был сумма ла саманан тыш юғары, ташламалар хаҡында ла уйлау мотлаҡ.

Өй зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылмаһа газ, үҙәкләштерелгән система булмаһа һыу өсөн түләмәҫкә, шишмәнән ташып эсергә мөмкин. Ә бына сүп-сарҙан ҡотолоу сараһы юҡ. Квитанция ут менән бергә киләсәк. Әлегә тиклем күптәр артыҡ ҡыйҙы мунсаға яҡһа, хәҙер ҡиммәтле ҡалдыҡты ҡулланыуы ла йәл, ти ауыл кешеләре. Ул хәтлем аҡсаһын түләгәс бөртөгөн дә ҡалдырмай тапшырырға тура киләсәк.

Һәм шуныһы, сүп-сар сығарыу өсөн түләүҙәр быға тиклем дә бар ине. Ул квитанцияларҙа дөйөм түләүҙәр менән бергә күрһәтелде, ә хәҙер айырым ҡағыҙ менән киләсәк тинеләр. Элекке квитанцияларҙан ҡалдыҡтар өсөн түләүҙәрҙе алырҙармы икән һуң? Әллә онотолормы?

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Радий Хәбиров сүп-сар сығарыу хаҡы менән ҡәнәғәт түгел

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа