Уҡытыусыларға һәм табиптарға күрһәткән хеҙмәттәре өсөн бүләк алыу тыйыласаҡ

Уҡытыусыларға һәм табиптарға күрһәткән хеҙмәттәре өсөн бүләк алыу тыйыласаҡ https://bash.news/news/86274_uytyusylara_m_tabiptara_krtkn_xemttre_sn_blk_alyu_tyjylasa
15 дек 2018, 23:24

Сәскә һәм кәнсә тауарҙарҙан башҡа. Илдең хеҙмәт министрлығы Дәүләт Думаһына ошондай закон проекты тәҡдим итте. Әлегә медицина һәм мәғариф өлкәһе белгестәре 3 мең һумға тиклем генә бүләк алыу хоҡуғына эйә. Ә инде ҡануниәт үҙ көсөнә ингән осраҡта был хеҙмәткәрҙәр, миңә ришүәт бирмәксе итәләр, тип етәкселегенә барып әйтергә тейеш.

Тик бына өс меңдән артығын бирмәгеҙ тигән бер генә табипты ла хәтерләмәйем. Уҡытыусылар ҙа, миңә сәскә генә бүләк итегеҙ, тип ултырмай. Хәйер, йүнле сәскәләр гөлләмәһе лә хәҙер өс мең тирәһе. Кәнсә тауарҙарының да табиптар һәм уҡытыусылар араһында валютаға әйләнеп китеүе лә бар бит.

Ул арала үҙебеҙҙең мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы репетиторҙар менән көрәш башланы. Белем биреү менән мәктәптәрҙә шөғөлләнергә тейештәр, тине Айбулат Хажин. Ә уның сиктәренән тыш, аң-белемгә өйрәтеүселәр - эшҡыуарҙар, әйткәндәй, шул уҡ уҡытыусылар, һәм уларҙы күләгән сығарыу мөһим. Түләүһеҙ белем биреүҙең түләүле дәрестәре тураһында Флорида Ким.

Өфөлә йәшәүсе Альбина Ғайсина кинйә улына йәнә репетитор эҙләй. Былтыр өлкәне юғары уҡыу йортона уҡырға ингән - хәҙер икенсе малайҙы әҙерләргә сират.

Репетиторға мөрәжәғәт итмәйенсә лә мөмкин түгел. Сөнки был аҙымға уҡытыусылар үҙҙәре үк этәрә. Йәнәһе лә, был белемең менән генә юғары уҡыу йорттары ябыҡ. Ысынмы, әллә бушмы иҫбатлап ҡара.

Белем кимәлен күтәреү теләге менән аҡланып аҡса эшләргә теләүсе мөғәлимдәр ҙә юҡ түгел. Ундайҙар уҡытыусылар үҙҙәре үк шул уҡ репетитор булып китә һәм балаларҙы йәлеп итеү өсөн барыһын да эшләйәсәк.

Уҡытыусыларҙың темаларҙы төплө аңлатырға ваҡыты ла етмәй тигән фекерҙәр ҙә бар. Ысынлап та, хәҙерге уҡытыу системаһы уларҙы күберәк отчет яһау эшенә йәлеп итте.

Нисек кенә булмаһын, Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин репетиторлыҡ эшҡыуарлыҡҡа әйләнгән күренешкә ҡәтғи ҡарашын белдерҙе. Өҫтәмә дәрестәр үткәреү яҡшы, әммә күләгәлә аҡса эшләү ысулына әйләнмәгән осраҡта.

Илдең 70 проценттан ашыу уҡытыусыһы репетиторлыҡ эшмәкәрлеге алып бара. Улар араһында, әлбиттә, төрлө педагогтар бар. Эшҡыуар-уҡытыусы менән уҡытыусы-ярҙамсы төшөнсәләрен бутап аңлау ҙа хата.

Айбулат Хажин да бөтә уҡытыусыларҙы бер ҡалыпҡа һалырға теләмәй. Күләгәлә, һалымдар түләмәйенсә эшҡыуарлыҡ ойошторған репетиторҙар эшмәкәрлегендә тәртип булдырырға кәрәк.

Репетиторлыҡ, әлбиттә, ике яҡлы миҙал. Был эшмәкәрлектең сәскә атыуына ата-әсәләр ҙә булышлыҡ итә. Баҙар ҡағиҙәһе ябай - һорау булғанда һатыу итеү ҙә бар. Күрәһең, бар мөғәллимдәр ҙә репетиторлыҡҡа киткән, былай килемле булғас. Шунан килеп уҡытыусылар етмәй тибеҙ. Башҡортостанда ауыл мәктәптәренә педагогтар йәлеп итеү буйынса махсус проект эш башлай. Ул "Ауыл табибы" программаһына оҡшаш буласаҡ, ләкин ниндәй аҡса менән йәлеп итәсәктәре әле билдәһеҙ. Шулай ҙа торлаҡ алыуға, кредитҡа ташлама вәғәҙә итеүҙәре мәғлүм.

Автор: Флорида Ким.

Уҡытыусыларға һәм табиптарға күрһәткән хеҙмәттәре өсөн бүләк алыу тыйыласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд