Торатау мәңге торасаҡ

Торатау мәңге торасаҡ https://bash.news/news/86275_toratau_mge_torasa
15 дек 2018, 23:37

Әгәр геопарк тип иғлан ителһә. Һәр хәлдә, тәүге аҙымдар яһалды. Радий Хәбиров "Торатау" геопаркын булдырыу тураһындағы Указ сығарҙы. Республика Хөкүмәтенә төбәктең геологик, биологик һәм тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау өсөн Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәһендә составына Торатау менән Йөрәктау тауҙары ингән "Торатау" геопаркын булдырыу эше йөкмәтелде. Шулай уҡ "Торатау" геопаркын ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереү буйынса саралар планы әҙерләнәсәк.

Илаһи моң ер кендеге Торатауҙы данлап, уға һаҡсыл ҡараш булдырырға өндәй... Мәғрүр ҙа ул, бейек тә! Рухи хазинабыҙ... Изге урын алдында күптәр баш эйә. "Торатау" этно-ансамбле был клипты 2013 йылда сығара. Йәштәр шул ваҡытта уҡ тәбиғәт ҡомартҡыларының яҡлауға мохтаж булыуын һиҙемләй. Ҡулдарына милли музыка ҡоралдары алып тау башына күтәрелә.

Илнур Хәйруллин, ҡурайсы: “Мин үҙем дә сығышым менән Ишембай районы Этҡол ауылынан. Ата-бабалаларыбыҙ ҙа әйтеп килгән - изге тау янында һәр ваҡыт йыйынға йыйынғандар. Уның исемен донъя кимәлендә таратырға кәрәк”.

Тап бар донъяға белгертеп кенә изге тауҙарҙы һаҡлап алып ҡалыу мөмкин. Хәйер, 230 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән шихандарҙы танытыуға тәүге ҙур аҙым яһалды - республика етәксеһе Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында "Торатау" геопаркын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Рөстәм Ишмөхәмәтов, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары: “Был бик ҡатмарлы, әммә төплө уйланылған ҡарар. Закон сығарыусылар, депутат булараҡ шуны билдәләп үткебеҙ килә: ул юридик йәһәттән дөрөҫ эшләнгән һәм геопарк барлыҡҡа килтереү - тауҙарҙы һаҡлап ҡалыуҙы гарантиялаясаҡ”.

Указға ярашлы, геопаркты ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереү ҙә ҡаралған. Был, ысынлап та, халыҡ-ара кимәлдә хоҡуҡи яҡлау табыу тигән һүҙ. Тиҙҙән ғалимдар менән берлектә төбәктә айырыуса һаҡланған биләмәнең концепцияһы төҙөләсәк.

Айбулат Псәнчин, ғалим-этнограф, география фәндәре докторы, профессор: “Геопарк эшләнһә, беҙ ғилми тикшеренеүҙәр үткәрәсәкбеҙ. Археология, этнография, фольклор, тарих өлкәһендә. Был башҡорт халҡының борон-борондан йәшәгән ере. Шихандарға бәйле күп легендалар бар”.

Зәки Әлибаев, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты: “Тәү ҡарамаҡҡа, геопарк тәбиғәттең уникаль урынын ғына һаҡлап ҡалыу булараҡ ҡабул ителә. Ләкин уйлап ҡарағанда, шунда йәшәгән халыҡтың бөтә мөхитен, рухи донъяһын, йәки рухи ҡиблаларын һаҡлап ҡалыуға ла бәрәбәр тип уйлайым”.

Торатау менән Йөрәктау янында урынлашҡан ауыл халҡының ауыҙ-тел ижады ентекле өйрәнеләсәк. Уникаль геология ҡомартҡыларының фауна һәм флора донъяһы ла айырым иғтибарға лайыҡ.

Әлфис Ғаязов, Башҡортостандың фәндәр академияһы президенты: “Ҡыҙыл китапҡа индерелгән егерменән ашыу үҫемлек үҫә. Уларҙың бөтәһен дә һаҡлап ҡалырға кәрәк. Уларҙы кешегә күрһәтерлек хәлгә еткерергә, экологик һуҡмаҡтар булдырырға кәрәк”.

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов билдәләүенсә, "Торатау" төбәктә юғары һаҡлау статусына дәғүә итеүсе икенсе геопарк буласаҡ. "Юнеско"ның штаб-фатирында Салауат районында "Янғантау" геопаркын булдырыу тураһында заявка хупланған. Был донъяуи кимәлдә танылыу яулау, сит илдәрҙән туристарҙы йәлеп итеү, республика үҫешенә көслө этәргес тигән һүҙ. Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында ла уңайлы инвестиция климаты булдырыласаҡ. Шихандар төбәгендә эшҡыуарлыҡты үҫтереү ҡаралған. Ял урындары, музейҙар барлыҡҡа киләсәк.

Рәсих Хәмитов, Башҡортостан йәмәғәт палатаһы ағзаһы: “Был геопарктың булдырылыуы ул артабан беҙҙең иҡтисадты үҫтереүгә, ауылдарҙы, юлдарҙы төҙөкләндереүгә һәм иң мөһиме донъя халҡын йәлеп итеү - ҙур сара буласаҡ”.

Бөгөн Ер шарының утыҙ һигеҙ илендә 140 геопарк иҫәпләнә. Ҡытай лидерҙар рәтендә. "Данься" геопаркы төрлө төҫтәге ҡалҡыулыҡтары менән миллиондарҙы хайран ҡалдырһа, Яньдан тауҙары уникаль тарихи, мәҙәни ҡомартҡы һанала. Сәйәхәтселәр өсөн төбәктә уңайлы инфраструктура булдырыу өсөн миллиард һумдар бүленә, сығымдар бушҡа китмәй. Сөнки уникаль ландшафтты барып ҡарау ҙа түләүле. "Торатау" геопаркы ла бит сит ил халҡын йәлеп итерлек көскә эйә. Әүлиәләр төйәгенән фәтиха алыу, көс алып ҡайтыу мөмкинлеге буласаҡ.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Торатау мәңге торасаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд