Башҡортостанда МАЗ йөк машинаһы аҫтында ир һәләк була

Башҡортостанда МАЗ йөк машинаһы аҫтында ир һәләк була https://bash.news/news/86308_bashortostanda_maz_jk_mashinay_atynda_ir_lk_bula
17 дек 2018, 11:40

Краснокама районында фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Дүртөйлө-Нефтекама юлында 63 йәшлек ир йөк машинаһы тәгәрмәстәре аҫтында һәләк була.

Башҡортостанда МАЗ йөк машинаһы аҫтында ир һәләк була
Башҡортостанда МАЗ йөк машинаһы аҫтында ир һәләк була

Билдәле булыуынса, Пермь крайында йәшәүсе 30 йәшлек ир Нефтекама юлынан хәрәкәт итә. МАЗ йөк машинаһы менән идара иткәндә, йәйәүлене тапай. Зыян күреүсе ауыр тән йәрәхәттәренән вафат була.

Водитель үҙе хәбәр итеүенсә, йәйәүле юлға ҡапыл килеп сыға. Бынан тыш, ир юлды тыйылған урындан сыҡҡан була. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна