Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн хаҡ түбәнәйәсәк

Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн хаҡ түбәнәйәсәк https://bash.news/news/86311_bashortostanda_aty_knkresh_aldytaryn_syaryu_sn_xa_tbnjsk
17 дек 2018, 12:15

Киләһе йылдың беренсе ғинуарынан республика халҡы өсөн был хаҡ күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн бер кешегә 57 һумдан 81 һумға тиклем, шәхси йорттағылар өсөн 58 һумдан 81 һумға тиклем тәшкил итәсәк. Был хаҡта дүшәмбе, 17 декабрҙә, оператив кәңәшмәлә республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев хәбәр итте.

Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн хаҡ түбәнәйәсәк
Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн хаҡ түбәнәйәсәк

Михаил Киреев билдәләүенсә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу системаһы булмаған ауылдарҙа сүп-сарҙарҙы тоҡтарҙа сығарыу ойоштороласаҡ. 2019 йылдың икенсе кварталынан Башҡортостандың һәр бер ауылында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн контейнерҙар урынлаштырылырға тейеш.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тарифтарҙы тағы ла бер тапҡыр ҡарап сығып, хаҡтарҙы 70 һумға тиклем кәметеүҙе һораны. Ә сүп-сар сығарылмаясаҡ ауылдарҙа хаҡ 35 һум тирәһе булырға тейеш.

Дүшәмбе, 17 декабрҙә, Республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә үтте. Радий Хәбиров республика етәкселәре менән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү системаһына күсеү һәм аҙ тәьмин ителгән граждандарға социаль ярҙам саралары күрһәтеү һорауҙарын тикшерҙе.

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа