Башҡортостанда 2019 йылда проблемалы тип һаналған 64 йорт сафҡа инәсәк

Башҡортостанда 2019 йылда проблемалы тип һаналған 64 йорт сафҡа инәсәк https://bash.news/news/86314_bashortostanda_2019_jylda_problemaly_tip_analan_64_jort_safa_insk
17 дек 2018, 12:41

Башҡортостанда алданған өлөшсөләр менән әүҙем эш алып барыла. Был проблема хәл ителә, быйылғы йылда, планға ярашлы, биш торлаҡ йорт тапшырылырға тейеш. Аҙна һайын үткән оператив кәңәшмәлә төҙөлөп бөтмәгән йорттар тураһында республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Григорий Невоструев сығыш яһаны.

Башҡортостанда 2019 йылда проблемалы тип һаналған 64 йорт сафҡа инәсәк
Башҡортостанда 2019 йылда проблемалы тип һаналған 64 йорт сафҡа инәсәк

Әлеге ваҡытта республикала проблемалы тип һаналған 33 йорт иҫәпләнә. Был иһә зыян күреүсе ете меңдән ашыу кеше. Күҙаллауынса, декабрь айы аҙағында йорттар сафҡа инә башлаясаҡ. Мәҫәлән, тиҙҙән Дағстан урамы, 7 адресы буйынса йорттоң асҡыстары тапшырыласаҡ.

Радий Хәбиров, шулай уҡ, ҡала-район хакимиәттәре башлыҡтарын үҙ биләмәләрендә тәртип килтереүҙе һораны.Кире осраҡта, улар төҙөлөш башҡарыуға хоҡуҡтарын юғалтасаҡ.

Иң проблемалы урындар- Өфө, Өфө районы, Стәрлетамаҡ. Һорауҙарҙы хәл итегеҙ.

Радий Хәбиров

Спутник FM
Новости партнеров