Башҡортостанда йорт алдарындағы соҡорҙарҙы ямау буйынса программа ғәмәлгә инәсәк

Башҡортостанда йорт алдарындағы соҡорҙарҙы ямау буйынса программа ғәмәлгә инәсәк https://bash.news/news/86320_bashortostanda_jort_aldarynday_soorary_yamau_bujynsa_programma_mlg_insk
17 дек 2018, 14:46

Радий Хәбиров эш сәфәре менән Кумертау ҡалаһында булды. Ренспублика Башлығы урындағы халыҡ менән осрашып, уларҙы борсоған мәсьәләләр менән танышты. Осрашыу барышында, Радий Хәбиров йорт алдарындағы соҡорҙарҙы ямау буйынса программа хаҡында һөйләне.

Башҡортостанда йорт алдарындағы соҡорҙарҙы ямау буйынса программа ғәмәлгә инәсәк
Башҡортостанда йорт алдарындағы соҡорҙарҙы ямау буйынса программа ғәмәлгә инәсәк

Радий Хәбиров белдереүенсә, юлдарҙы тәртипкә килтереү маҡсатында, тиҙҙән Кумертау ҡалаһы өҫтәлмә техника менән тәьмин ителәсәк. Шулай уҡ, Төбәк Башлығы һүҙҙәренсә, Башҡортостанда йорт алдарында юлдарҙарғы соҡорҙарҙы ямау буйынса яңы программа ғәмәлгә инәсәк. Программа ярашлы,тәүгә соҡорҙар теркәләсәк, унан өс-дүрт көн эсендә муниципалитет был проблеманы хәл итергә бурыслы.

Осрашыу барышында, урындағы халыҡ подъездарҙы төҙөкләндереү программаһы менән ҡыҙыҡһынды. Радий Хәбиров аңлатыуынса, подъездарҙы буяу, тәҙрәләрҙә һәм лампаларҙы алмаштырыу Хөкүмәт иҫәбенә башҡарыласаҡ. Етәксе һүҙҙәренсә, 2024 йылға тиклем бар подъездар ҙа төҙөкләндереләсәк.

Спутник FM
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа