Башҡортостанда һауа температураһы -21 градусҡаса түбәнәйәсәк

Башҡортостанда һауа температураһы -21 градусҡаса түбәнәйәсәк https://bash.news/news/86321_bashortostanda_aua_temperaturay_21_gradusasa_tbnjsk
17 дек 2018, 15:14

Синоптиктар 18 декабргә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе. Республика халҡын болотло һауа торошо көтә. Айырым райондарҙа ҡар яуыуы, томан төшөүө ихтимал.

Башҡортостанда һауа температураһы -21 градусҡаса түбәнәйәсәк
Башҡортостанда һауа температураһы -21 градусҡаса түбәнәйәсәк

Ел көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы төндә -16, -21°. Урыны менән -10, -15°. Көндөҙ -4, -9°, айырым райондарҙа -14°.

Өфөлә яуым-төшөм көтөлмәй. Көндөҙ бер аҙ ҡар яуасаҡ. Һауа температураһы төндә -16 градусҡаса түбәнйәсәк, ҡаланың үҙәгендә -11°.Көндөҙ -5, -7°. Алдағы көндәрҙә һалҡын һауа торошо көтөлә.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество