Башҡортостанда 149 килограмм насвай табыла

Башҡортостанда 149 килограмм насвай табыла https://bash.news/news/86327_bashortostanda_149_kilogramm_nasvaj_tabyla
17 дек 2018, 14:15

Полиция хеҙмәткәрҙәре Нефтекама ҡалаһында насвайҙың ҙур партияһын таба. 13 декабрь төнөндә ноутбук урлау тураһында хәбәр алына. Ноутбук урынына полиция хеҙмәткәрҙәре насвай таба.

Башҡортостанда 149 килограмм насвай табыла
Башҡортостанда 149 килограмм насвай табыла

БР буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, шаһиттар һүҙҙәре буйынса, бурҙар ҡара төҫтәге автомобилдә ҡаса. Тиҙҙән “Шевроле Авео” автомобиле туҡтатыла. Тикшереү ваҡытында салонда ҡапсыҡ менән насвай табыла. Дөйөм ауырлығы 149 кг тәшкил итә.

Табылған насвай тикшереүгә оҙатыла. Насвай ташыусыларға процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк. Продукция үҙе юҡҡа сығарыласаҡ.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество