Республикала Renault Logan менән пассажирҙар микроавтобусы бәрелешә

Республикала Renault Logan менән пассажирҙар микроавтобусы бәрелешә https://bash.news/news/86343_respublikala_renault_logan_menn_passazhirar_mikroavtobusy_brelesh
17 дек 2018, 16:44

Дүшәмбе, 17 декабрҙә, Баймаҡ районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә.Ваҡиға Магнитогорск-Ира юлының 108 саҡрымында теркәлә. Был хаҡта дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итә.

Республикала Renault Logan менән пассажирҙар микроавтобусы бәрелешә
Республикала Renault Logan менән пассажирҙар микроавтобусы бәрелешә

Хәүефле боролошта Renault Logan менән Mercedes-Benz Sprinter пассажирҙар микроавтобусы бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә, сит ил машинаһы водителе һәләк була. Автобуста ете пассажир була.

Билдәле булыуынса, микроавтобус пассажирҙары зыян күрмәй. Авария урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләй. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Спутник FM
Новости партнеров
GAUGA