Республика буйынса көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу хаҡы уртаса 70 һумдан артмаҫҡа тейеш

Республика буйынса көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу хаҡы уртаса 70 һумдан артмаҫҡа тейеш https://bash.news/news/86360_respublika_bujynsa_knkresh_aldytaryn_syaryu_xay_urtasa_70_umdan_artmaa_tejesh
17 дек 2018, 21:11

Бәләкәй ауылдарҙа иһә ике тапҡырға аҙыраҡ. Был турала бөгөн Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Хөкүмәт йортонда һәр дүшәмбе уҙған кәңәшмәлә һүҙ подъездары, ихаталарҙы тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү хаҡында ла барҙы. Ошо маҡсатта Башҡортостанда ике программа эшләй башлай. Үҙгәрештәр хаҡында тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылында йәшәгән Ҡоҙаҡаевтар өсөн төп килем сығанағы мал, улар итен дә, һөтөн дә һата. Килгән аҡса балаларҙы уҡытыуға ла, донъя көтөүҙә лә ярап ҡала. Мал тотҡас ашатырға ла кәрәк, бесән-һаламдан тыш, ҡатнаш аҙығы ла талап ителә, өҫтәлдән ҡалғаны ла шуларға китеп тора. Көнкүреш ҡалдыҡтары аҙнаһына бер ҡапсыҡҡа ла тулмай, ти ғаилә башлығы.

Рифҡәт Ҡоҙаҡаев, Малай ауылында йәшәүсе: “Малды күп тотабыҙ. Сүп-сар күп түгел. Бөтә ҡалдыҡтарҙы эшкәртеп торабыҙ”.

Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров әйтеүенсә, республикала сүп-сар сығарыу өсөн уртаса хаҡ 70 һумдан артмаҫҡа тейеш, ә бәләкәй ауылдарҙа икеләтә кәметеү мотлаҡ. Көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн хаҡ халыҡ елкәһенә күтәрә алмаҫлыҡ йөк булып ятырға, ауырлыҡтар тыуҙырырға тейеш түгел. Тағы бер мөһим йүнәлеш - квитанцияларҙан әлегә тиклем тотолған пунктты алып ташлау.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Начиная с 1 января перестали выставлять нашим жителям те деньги, которые они платили ранее за вывоз мусора. Чтобы они не получили двойной счет”.

Киләһе йылдың ғинуарынан индерелгән яңы системаға ярашлы, көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр 57-нән 81 һумға, шәхси торлаҡ хужалары 58-ҙән 81 һумға тиклем түләйәсәк. Ҡоҙашевтар һымаҡ ишле бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн был сумма ла ҙур. Йорт һалырға ла, балаларҙы үҫтерергә лә кәрәк, ә декрет ялында ултырғанда һәр тин ҡәҙерле.

Зилә Ҡоҙашева, күп балалы әсә: “Беҙ сүп-сарҙы урамға ташламайбыҙ. Күбеһен эшкәртәбеҙ. Был хаҡ ҡыйбатҡа төшә”.

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, был нескәлектәр иҫәпкә алынған, ике система буйынса ташламалар яһау, сығымдарҙы ҡайтарыу ҡарала. Беренсеһе айлыҡ аҡсалата компенсация, ул Һуғыш, тыл, хеҙмәт ветрандарына, күп балалы ғаиләләргә һәм тағы бер нисә категорияға бирелә. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса 505 мең тирәһе кеше. Ошо маҡсатта 5 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Икенсеһе торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә субсидия.

Юрий Мельников, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы: “Для всех категория 20%, для многодетных и неполных семей 15%, для одиноко проживающих граждан 18%”.

Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, республикала әле 30 мең самаһы контейнер һәм сүп-сар йыйыу өсөн 14 мең тирәһе майҙан етмәй. Радий Хәбиров проблеманы тиҙ арала хәл итеү бурысын ҡуйҙы.

Программаға ярашлы 500-гә яҡын ихатаны һәи иҫке йорттарҙың подъедарын төҙөкләндереү ҡарала, был проекттарҙың икәүһе лә төбәк кимәлендә ғәмәлгә ашырыла.

Михаил Киреев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы:

Оператив кәңәшмәлә өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусылар хаҡында ла һүҙ барҙы. Әле республикала 97 проблемалы йорт бар. Радий Хәбиров киләһе йылда уларҙың 64-н сафҡа индерергә ҡушты.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Республика буйынса көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу хаҡы уртаса 70 һумдан артмаҫҡа тейеш

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа