Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамә

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамә https://bash.news/news/86361_dlt_jyjylyshy_oroltaja_mrzhtnam
17 дек 2018, 21:13

Иртәгә, 18 декабрҙә Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға беренсе мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаясаҡ. Республика етәксеһе Мөрәжәғәтендә Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешендәге төп стратегик йүнәлештәрҙе билдәләйәсәк.

Ни бары бер йыллыҡ маҡсаттарҙы ғына түгел, яҡын киләсәккә аныҡ пландарҙы күҙаллпаусы рәсми Хатты уҡып ишеттереү тантанаһы “Торатау” Конгерсс-холлы”нда үтә. Сараны техник хеҙмәтләндереү бурысы "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы иңендә ята. Был яуаплы бурысты атҡарыу артыҡ ҡатмарлыҡтар тыуҙырмай, сөнки Республиканың төп телеканалы мәртәбәле һәм ҙур сараларҙы даими трансляциялай.

Радий Фәрит улының сығышын Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан тыш, "Башҡортостан - 24" телеканалында тура эфирҙа күрһәтә. Шулай уҡ трансляцияны "Спутник ФМ", "Юлдаш" радиоканалдары алып барасаҡ. Мөрәжәғәтнамәне "bash.news " сайтында ла ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Радик Фәтхиев, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының художество етәксеһе: “Трансляция иртәнге сәғәт унда башлана. Урында күсмә телевизион станция, һигеҙ видеокамера эшләйәсәк. Мөрәжәғәтнамә ваҡытында сәхнәлә ҙур мультимедия экраны ҡулланыла. Сараға яҡынса бер ай втирәһе әҙерлек барҙы”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна