Төбәктең социаль-иҡтисади хәлен хәстәрләп

Төбәктең социаль-иҡтисади хәлен хәстәрләп https://bash.news/news/86363_tbkte_socialitisadi_xlen_xstrlp
17 дек 2018, 21:15

Иглин районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы бөгөн эшҡыуарҙар менән осрашты. Асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙә был тармаҡта килеп тыуған мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары барланды.

"Зарипов" крәҫтиән-фермер хужалығы умартасылыҡ, шулай уҡ балыҡ үрсетеү менән шөғөлләнә. Эшҡыуар киләсәктә Өфөнән йөҙ саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан хужалығы нигеҙендә тау саңғы үҙәге асырға ниәтләй.

Бөгөн Иглин районы буйынса бер мең ярым бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр теркәлгән. Уларҙа төбәктә йәшәүсе ете меңләп кеше эшләй. Осрашыуҙа хужалыҡ етәкселәре үҙ-ара аралашып, артабан бергә хеҙмәттәшлек итеүҙе лә күҙалланы.

Николай Самойленко, Иглин районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Районда эшҡыуарҙар күп, уларҙың әүҙемлеге, үҫешергә теләүе ҡыуаныслы. Мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итер өсөн алдағы көндәрҙә төбәктә эшҡыуарҙар берлеген төҙөү ниәте бар”.

Автор: Фәниә Юланова.

Төбәктең социаль-иҡтисади хәлен хәстәрләп

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна