Туймазы районында теркәлгән янғында өс баланың ғүмере өҙөлөүгә бәйле енәйәт эше ҡуҙғатылды

Туймазы районында теркәлгән янғында өс баланың ғүмере өҙөлөүгә бәйле енәйәт эше ҡуҙғатылды https://bash.news/news/86364_tujmazy_rajonynda_terklgn_yanynda_s_balany_mere_lg_bjle_enjt_eshe_uatyldy
17 дек 2018, 21:20

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бәхетһеҙ осраҡ үткән йәкшәмбе төбәктең Ҡандра ауылында теркәлде. Фажиғә төнөндә балалар йортта яңғыҙы булған. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ҡандра ауылы. Төнгө сәғәт өс менән дүрт араһында. Янғындың ни тиклем көслө булыуы кадрҙарҙан күренә. Шуға ла йортҡа үтеп инеп булмаған.

Янғын һүндерелгәс өс баланың кәүҙәһе табыла. Икеһе 2014 йылғы, береһе 2016 йылғы булған. Яҡынса мәғлүмәт буйынса балалар янғындан ҡасып тап ошо бәҙрәф бүлмәһенә бикләнгән. Улар һөрөм еҫенән ағыуланған.

Янғын ҡорбандары дүрт йәшлек Нинель, уның ҡустыһы Оскар һәм ҡунаҡҡа килгән әхирәтенең ҡыҙы дүрт йәшлек Әминә лә йортта янғыҙы булған. Ҡандра ауылында йәшәүселәр кескәйҙәрҙең әсәһен эсергә яратыуын билдәләй. Әлеге фажиғә төнөндә лә ул әхирәте менән бергә һыра артынан сыҡҡан.

Һуңғы ваҡытта йәш әсәнең тормошо ла йыш ҡына күҙәтеү органдары иғтибарына алынған.

Булат Хәлиуллин, Туймазы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары: “Май айынан бында торалар. Ҡатын бер ҡайҙа ла эшләмәне. Эсә”.

Фажиғә сәбәптәре билдәһеҙ. Уттың электр сымдарының ҡыҫҡа ялғанышы, балаларҙың шаярыуынан да сығыуы ихтимал.

Фәрит Ғүмәров, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе: “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай сценарий буйынса 2016 беҙ 12 бала юғалтҡан инек. Был осраҡта әсәләре уларҙы яңғыҙын ҡалдырып китмәһә, бындай хәл булмаҫ ине”.

Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Әсә кешенең иректән мәхрүм ителеүе лә ихтимал. Әле бында бер нисә көн элек кенә балалар йәшәгән йорт булыуын янған йорт баҡсаһында сит кешеләр килтергән сәскә, уйынсыҡтар ғына хәтерләтә. Өлкәндәрҙең ғәмһеҙлеге арҡаһында өҙөлгән сабыйҙар ғүмере иҫтәлегенә.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Туймазы районында теркәлгән янғында өс баланың ғүмере өҙөлөүгә бәйле енәйәт эше ҡуҙғатылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество