Хәйбулла районында икеләтә байрам

Хәйбулла районында икеләтә байрам https://bash.news/news/86365_xjbulla_rajonynda_ikelt_bajram
17 дек 2018, 21:22

Һамар ауылында күпер төҙөлөп бөтһә, Быҙаулыҡ ауылында күп функциялы ауыл клубы асылды. Тапшырылған объекттарҙың икеһе лә күптән көтөлгән ваҡиға. Һамар халҡы быға тиклем хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән үҙаллы төҙөлгән ҡоролма менән ҡулланған. Бер йыл эсендә төҙөүселәр заманса күперҙе төҙөп эксплуатацияға тапшырҙы. Күперҙең оҙонлоғо 59,2 метр.

Рәзилә Бәҙретдинова, Һамар ауылында йәшәүсе: “Яҙғыһын бигерәк тә ҡурҡыныс ине. Уҡытыусылар дежурство ойоштора торғайны”.

Быҙаулыҡ ауылында асылған клубты ла бер быуат булмаһа ла, ярайһы ғына ваҡыт көткән ауыл халҡы. Иҙәндәре сереп, түшәмдәре һәленеп төшкән, стеналарын үңәҙ ҡаплаған бинаны хәҙер танырлыҡ түгел. Клубта мәҙәни түңәрәктәрҙән тыш, теннис менән шөғөлләнергә була, шахмат-шашкаға ла урын табылған, балалар өсөн йыһазландырылған уйын бүлмәһе лә бар.

Зөлфиә Ҡояшбаева, китапханасы: “1982 йылда төҙөлгән ине. Шул ваҡыттан бирле ремонт күрмәне”.

Автор: Флорида Ким.

Хәйбулла районында икеләтә байрам

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд