Радий Хәбиров Ишембай районы Һайран ауылын үҫтереү программаһын әҙерләргә ҡушты

Радий Хәбиров Ишембай районы Һайран ауылын үҫтереү программаһын әҙерләргә ҡушты https://bash.news/news/86366_radij_xbirov_ishembaj_rajony_ajran_auylyn_tere_programmayn_erlrg_ushty
17 дек 2018, 21:25

Төбәккә эш сәфәре барышында ул тыуған ауылына туҡталды, яҡташтары менән әңгәмәләште. Ауыл халҡы газ һәм һыу селтәре булмауын, йәштәргә эш урындары асыу кәрәклеген билдәләне. Радий Хәбиров урындағы етәкселәргә бер аҙна эсендә Һайранды үҫтереү программаһын әҙерләү бурысын ҡуйҙы.

Республика етәксеһе Һайран урта мәктәбе эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Белем усағы музейын ҡараны. Һайран ауылында Радий Хәбировтың тыуған йорто ла һаҡланған. Атай нигеҙен хөрмәт итеп ул өйгә инеп сыҡты. Йорттоң әлеге хужаларын сәләмләне.

Радий Хәбиров Ишембай районы Һайран ауылын үҫтереү программаһын әҙерләргә ҡушты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир