Яңы йылға яңы фатир

Яңы йылға яңы фатир https://bash.news/news/86380_yay_jyla_yay_fatir
17 дек 2018, 23:00

Яңы Булгаков" һәм "Көмөш шишмә" торлаҡ комплекстарындағы өлөшләтә төҙөлөштәрҙә ҡатнашыусылар Яңы йылға тиклем йорт туйлаясаҡ. Был турала бөгөн төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе белдерҙе.

Һүҙ "Яңы Булгаков" торлаҡ комплексының 15-се кварталында урынлашҡан күп фатирлы дүрт йорт һәм "Көмөш шишмә" комлексындағы 7-се һанлы йорт тураһында бара. Киләһе йыл башында шулай уҡ "Миловка паркында " тағы ла өс йорт файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Был турала ла бөгөн Республика йортонда үткән төҙөлөш сәғәтендә әйтелде.

2019 йылда барлығы өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусы мең алты йөҙ егерме кешенең хоҡуҡтарын тәьмин итеү ҡарала. 64 проблемалы объект сафҡа индереләсәк. Радий Хәбиров бер аҙна эсендә тотҡарланған төҙөлөштәрҙә эштәрҙе тамамлау графигын әҙерләргә һәм йәмәғәтселек вәкилдәре менән даими бәйләнеш тоторға ҡушты.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Каждый второй и четвертый понедельник каждого месяца они встречаются. Может один человек ридет, может тысяча. Протоколируйте что они говорят, сразу отвечайте на вопросы и переходите к такому режиму работы”.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Яңы йылға яңы фатир

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд