Сибайҙа хәл тотороҡлана

Сибайҙа хәл тотороҡлана https://bash.news/news/86381_sibaja_xl_totorolana
17 дек 2018, 23:03

Бөгөн был хаҡта "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат кәңәшмәһендә белдерелде. Конференцияла геологтар Сибайҙағы экологик хәлгә баһа бирҙе. Иҫке карьерҙа көкөртлө водород бүлеп сығарған урын балсыҡ һәм һыу менән тултырылған. Урында 25 кеше һәм 9 берәмек техника эшләй. Шулай ҙа юғары әҙерлек режимы әле ғәмәлдә ҡала. Беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн пункттар халыҡты ҡабул итә ала.

Валентина Сәфәрова, Башҡортостандың дәүләт аналитика контроле идаралығы директоры: “Сибайҙа хәл яҡшырған тип әйтергә мөмкин. Быны ҡалала һәм карьер сиктәрендәге атмосфера таҙалығын үлсәү күрһәтә. Проба көнөнә бер нисә тапҡыр алына. Карьерҙа бөтә эштәр тейешенсә алып барыла”.

Журналистар Сибай ҡалаһы хакимиәте урынбаҫары Илфат Сафин менән тура бәйләнешкә сығып, үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирә алды. Һуңғы көндәрҙә хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрә, тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары. Үҙҙәрен насар тойоусылар юҡ кимәлендә, тип билдәләнде. Ә урындағы дауаханаларға сәләмәтлеге ҡаҡшап мөрәжәғәт итеү иң күбе 11 декабрҙә теркәлгән – 70 кеше. Һуңынан тағы 25 кеше борсолоу белдергән.

Исхаҡ Фәрхетдинов, Башҡорт дәүләт университетының геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы: “Тәбиғи процесс. Руда табылған ҡатламға кислород менән һыу үтеп инеп окисләнгән. Был химик бәйләнештең ҡасан һәм нисек башланасағын алдан әйтеп тә булмай”.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Сибайҙа хәл тотороҡлана

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна