Өфөлә алтынсы йыл рәттән Бөтә Рәсәй гүзәллек форумы үтә

Өфөлә алтынсы йыл рәттән Бөтә Рәсәй гүзәллек форумы үтә https://bash.news/news/86383_fl_altynsy_jyl_rttn_bt_rsj_gzllek_forumy_t
17 дек 2018, 23:09

Күләмле сара Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы менән берлектә ойошторола. Конференцияның маҡсаты йәштәргә ярҙам итеү юлдарын табыу, йәмәғәтселектең иғтибарын ғаилә мәсьәләләренә йүнәлтеү.

Форумда Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең дәүләт, ғилми һәм дини эшмәкәрҙәре сығыш яһаны. Артабан ҡатнашыусылар секцияларға бүленеп, мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын йәнле әңгәмә форматында алып барҙы. Унда "Йәштәрҙе рухи яҡтан тәрбиәләү- дөрөҫ юл күрһәтеү", "Быуындар бәхәсен хәл итеү" кеүек темалар күтәрелде.

Гүзәлиә Тулыбаева, форумда ҡатнашыусы: “Йыл һайын ҡатнашырға тырышам. Сөнки конференцияла сығыш яһаусылар тәжрибәле белгестәр. Үҙемә фәһем алам. Йәштәрҙең күпләп килеүе ҡыуаныслы, үҙ-ара аралашабыҙ, фекер алышабыҙ”.

Автор: Фәниә Юланова.

Өфөлә алтынсы йыл рәттән Бөтә Рәсәй гүзәллек форумы үтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд