Күгәрсен районы Мораҡ ауылында Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар парады уҙҙы

Күгәрсен районы Мораҡ ауылында Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар парады уҙҙы https://bash.news/news/86387_kgrsen_rajony_mora_auylynda_ysh_babajar_m_arylyuar_parady_uy
17 дек 2018, 23:18

Яңы йыл персонаждары үҙәк урамдар буйлап үтеп, боҙ ҡаласығына йүнәлде. Парадта быйыл йөҙгә яҡын кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Улар араһында мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениеларында эшләүселәр күп.

Сәнғәт һөйөүселәр балалар өсөн төрлө уйындар ойоштороп, байрам күстәнәстәре таратты.

Райондың үҙешмәкәр коллективтары сәхнәлә йыр-бейеүҙәр менән сығыш яһап, халыҡҡа Яңы йыл кәйефе бүләк итте. Төрлө конкурсттар, викториналар ойошторолдо. Ҡыш бабайҙар менән Ҡарһылыуҙар парадында еңеүселәргә дипломдар тапшырылды.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Күгәрсен районы Мораҡ ауылында Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар парады уҙҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд