Исеме халыҡ хәтерендә

Исеме халыҡ хәтерендә https://bash.news/news/86390_iseme_xaly_xterend
17 дек 2018, 23:22

Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәғариф алдынғыһы, Батыр Вәлид премияһы лауреаты Азамат Тажетдиновтың яҡты иҫтәлегенә традицион көрәш ярыштары һәм шәхескә таҡтаташ асыу тантанаһы үтте.

Өсөнсө йыл рәттән Эткол ауылы көньяҡ райондарҙың иң көслө көрәшселәрен үҙенә йыя. Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Хәйбулла, Әбйәлил, Белорет райондары командаларын берләштергән был сара ошо ауылдан сыккан күренекле шәхес Азамат Тажетдиновтың якты иҫтәлегенә арнап үткәрелә. Тыуған еренең тарихын, кешеләрен өйрәнеүсе педагог үҙе иҫән сағында ук тиҫтәләгән документаль китаптар сығарып өлгөрә.

Ауылда яңы мәктәп һалдырыуҙы ла юллаған шәхескә арналған спорт саралары ла бынан өс йыл элек сафҡа ингән яңы мәғариф усағының бинаһында ойошторола башлағайны. Йылдан йылы көрәш майҙанына килеүсе спортсылар һаны ла арта бара. Быйыл Белорет районы командаһы тәүгә катнашты.

Иң якшы көрәшселәр Баймак һәм Әбйәлил райондарында йәшәй. Был төбәктәрҙә традицион рәүештә спорттың көрәш төрө нык үҫешкән. Айырыуса Икенсе Этҡол, Темәс, Таулыкай, Юлык ауылдарында көрәш секциялары эшләй һәм ошо ауылдарҙан килгән балалар якшы һөҙөмтәләр күрһәтә.

Ошо ук көндө мәктәп бинаһында Азамат Тажитдиновтың яҡты иҫтәлеге мәңгеләштереү буйынса таҡтаташ асылды. Ғүмере буйы үҙ ауылы, ауылдаштары өсөн янып көйөп йәшәгән Азамат Әғзәм улына ошо көндәрҙә 80 йәш тулған булыр ине. Аталарына таҡтаташ асыуҙа уның балалары ла, ейәндәре лә ҡатнашты.

Ошондай саралар ауыл ере, уның халкы өсөн онотолмаҫлык хәтирәләр менән кәҙерле. Бер яктан урында көрәш спортын үҫтереү, уның менән шөғөлләнгән иң якшы балаларҙы билдәләү булһа, икенсе яктан бындай сараларҙың тәрбиәүи әһәмиәте лә баһалап бөткөһөҙ.

Автор: Гөлнур Ишбулатова.

Исеме халыҡ хәтерендә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа