Радий Хәбиров авария хәлендәге мәктәптәр урынына яңыһын төҙөү бурысын ҡуйҙы

Радий Хәбиров авария хәлендәге мәктәптәр урынына яңыһын төҙөү бурысын ҡуйҙы https://bash.news/news/86406_radij_xbirov_avariya_xlendge_mktptr_urynyna_yayyn_t_burysyn_ujy
18 дек 2018, 10:55

2019 йылға Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә Төбәк Башлығы Дыуан районы Таҙтүбә ауылында авария хәлендәге мәктәп урынына яңы белем усағын төҙөү бурысын ҡуйҙы.

Радий Хәбиров авария хәлендәге мәктәптәр урынына яңыһын төҙөү бурысын ҡуйҙы
Радий Хәбиров авария хәлендәге мәктәптәр урынына яңыһын төҙөү бурысын ҡуйҙы

Дыуан районы мәктәбен алайыҡ, ул авария хәлендә. Уҡыусылар төшкө ашҡа күрше балалар баҡсаһына бара, быға ҡарамаҫтан, улар уңышҡа өлгәшә. Таҙтүбә мәктәбе уҡытыусыларына рәхмәт. 1,5-2 йылдан һеҙ яңы мәктәптә эшләйәсәкһегеҙ.Беҙгә Башҡортостанда булған иҫке һәм авария хәлендәге мәктәптәрҙе бөтөрөргә кәрәк. Хөкүмәт алдына мәктәптәрҙе төҙөкләндереү һәм уларҙы яңы ҡоролмалар менән йыһазландырыу буйынса программа ҡабул итеү бурысы ҡуям.

Радий Хәбиров

Радий Хәбиров билдәләүенсә, әле төбәктә балалар баҡсаһына бәләкәй төркөмдәргә ихтыяж ҙур. 2021 йылға яңы 49 балалар баҡсаһын булдырыу күҙаллана.

Башҡа ысулдарҙы ҡулланырға кәрәк. Шәхси балалар баҡсаһын булдырыу, эшҡыуарҙарға гранттар бүлеү мөһим.

Радий Хәбиров

Төбәк Башлығы йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә алдағы йылдарға республика үҫешенең стратегик йүнәлештәрен билдәләй.

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа